Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов өсөн әлеге йыл етди имтихан булды, тип әйтергә мөмкин. Был ил кимәлендәге мөһим мәсьәләләргә лә, республика әһәмиәтендәге сәйәси ваҡиғаларға ла бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк башлығы барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.Йыл дауамында ваҡытынан алда Башҡортостан Президентын һайлау мәсьәләһе көн ҡаҙағынан төшмәне. Тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡтың республикала әле алып барылған сәйәсәткә ниндәй ҡарашта икәнлеген асыҡ күрһәтте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов халыҡты Хөкүмәттең намыҫлы эшләүенә ышандырыуҙы, йәмәғәтселеккә власть тарафынан тормошҡа ашырылған сәйәсәткә йоғонто яһау мөмкинлеген биреүҙе, ғәҙеллекте тормоштоң айырылғыһыҙ шартына әйләндереүҙе төп бурыстар иҫәбендә билдәләгәйне. Был маҡсаттарға, һис шикһеҙ, өлгәшелә: йәмғиәттә әүҙемлек арта, халыҡ менән власть бер команда булып эшләргә, уртаҡ маҡсаттар ҡуйырға өйрәнә, үҙ-ара ышаныс нығына. Президенттың асыҡ сәйәсәткә өҫтөнлөк биреүе, намыҫһыҙлыҡҡа ҡарата тейешле сара күреүе, кешеләрҙе дәртләндерә, әйҙәй белеүе арҡаһында бик күп етешһеҙлектәр фашланды, яҡшы башланғыстар ғәмәлгә ашырыла.
Президент вазифаһын тәүгә ҡабул итеп алғанда уҡ Рөстәм Зәки улы эш урындары, хеҙмәт хаҡы һәм торлаҡ проблемаларын хәл итеүҙе төп бурыстар тип атағайны. Был йәһәттән һөҙөмтәләр күҙгә күренеп яҡшыра, бигерәк тә тәүге ике мәсьәлә буйынса етди уңыштар бар. Республика башлығының тырышлығы менән башланған инвестиция проекттары киләһе йылдарҙа төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур һынылыш яһарына ышаныс нығынды.
Башҡортостан хәҙер халыҡ-ара даирәлә киң танылыу яулай. Быйылғы бер нисә айҙа ғына ла беҙҙә ил һәм донъя кимәлендәге байтаҡ сара ойошторолдо, алдағы йылдарҙа спорт, мәҙәниәт, фән өлкәләренә ҡағылышлы тағы ла мөһимерәк ваҡиғалар булыуы көтөлә. ШОС һәм БРИКС саммиттарының тап Өфөлә үткәреләсәге лә күп нәмә хаҡында һөйләй.