Тыуып үҫкән Әрметемә сираттағы юл төшкәндә ҙур сумкаһын күтәргән почтальон осраны.
— Зилә апай, башҡа баҫма таратыусыларҙың сумкаһы йоҡарғанда, һинеке мул ғына, — тип шаяртҡас, ул:
— “Торатау” һәм “Башҡортостан” гәзиттәре менән сумкам тулған, — тине. Бындай һүҙҙәрҙән һуң яҡташтар менән ғорурланмай булдыра алманым. Рухлы ла һуң беҙҙең ишембайҙар!
Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналға, бигерәк тә милли баҫмаларға уҡыусыларҙың иғтибары кәмеүе бер кемгә лә сер түгел. Билдәле, Интернет, хаҡтар үҙенекен итә. Шул уҡ ваҡытта рухи хазинаға – милли баҫмаларға — таянып, уларҙан айырылмай йәшәгәндәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, бар республика буйлап таралған “Башҡортостан” гәзитен иң күп алдырыусылар — Ишембай районында. Иң әүҙемдәр — этҡолдар, әлбиттә. Бында һәр йортҡа тиерлек “Башҡортостан” килә. Ә Ишембай ҡалаһындағы Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернаты, “Торатау” гәзите редакцияһы йыл да “Бөтә коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһына әүҙем ҡушыла. Хәйер, бындай рухлы тағы әллә нисә коллективты атарға булыр ине.
…Йәй башында Маҡар ауылына командировкаға барырға тура килде. Вәлидиҙең арҡаҙашы Әмир Ҡарамышевҡа стела асылыуына шаһит булдым. Шул тантана мәлендә генә лә тиҫтәнән ашыу кешенең “Башҡортостан”ға яҙылыуы ҡыуандырҙы. Ғөмүмән, райондың ҡайһы төбәген генә алма, һәр береһендә рухлы, теленең, милләтенең ҡәҙерен белгән кешеләр йәшәй, тимәксемен. Ана бит, нисәмә бөйөк шәхес сыҡҡан был төбәктән! Уларҙың исеменә тап төшөрмәй, рухи байлыҡтан баш тартмай йәшәү зарур.
Был йәһәттән ойоштороу эше хаҡында ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Район хакимиәтенең һәм Ишембай буйынса почта хеҙмәтенең баҫмаларға яҙылыу бүлеге башҡарған фиҙакәр эш гәзит уҡыусы менән журналистарҙың араһын яҡынайтмай ҡалмай, әлбиттә. Рәхмәтебеҙ “Башҡортостан” гәзите биттәрендә һеҙҙең хаҡтағы мәҡәләләрҙә сағылыр әле, хөрмәтле ишембайҙар.