Әле артмаһа ла...24.12.2014
Энергия һатыу компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ғинуарҙа электр энергияһына тарифтар әүәлгесә ҡала.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетының тейешле ҡарары 1 ғинуарҙан көсөнә инә. Әммә йылдың икенсе яртыһында энергияға тарифтың артыуы көтөлә. Атап әйткәндә, йорттарында электр плитәләре ҡуйылмаған ҡала халҡы был хеҙмәт өсөн 20 тингә күберәк түләйәсәк. Плитәләр ҡуйылған йортта иһә күрһәткес, 14 тингә ҡиммәтләнеп, 1,79 һум тәшкил итәсәк. Ауыл халҡына ла ошондай уҡ хаҡ түләргә тура киләсәк. Был ғәмәл бер тарифлы иҫәп-хисап приборҙарын ҡулланыусыларға ҡағыла. Ентеклерәк мәғлүмәт менән Энергия һатыу компанияһы сайтында танышырға мөмкин.



Вернуться назад