Кисә Стәрлебаш ауылында 120 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Бала-сағаның сыр-сыу килеп уйнап йөрөгәненән дә йәмлерәк күренеш бармы икән ул?!
– Мин, үҫкәс, төҙөүсе булам! Ошондай матур баҡсалар төҙөйәсәкмен, – ти кескәй Искәндәр.
– Ә мин – тәрбиәсе апай. Малай-ҡыҙҙарҙы ҡараясаҡмын, – тип Әнисә лә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итергә тырыша. Осраҡлы һөйләшмәй сабыйҙар был темаға, ана бит, төҙөүсе ағайҙары Яңы йылға ниндәй шәп бүләк әҙерләгән – “Аҡбуҙат” исемле балалар баҡсаһында тәрбиәсе апайҙары хәҙер ҡыҙҙар-малайҙар менән бергә туп уйнаясаҡ, китап уҡыясаҡ.
Балалар баҡсаһына бынан теүәл бер йыл элек нигеҙ һалына. Әммә бер мәл: “Ишектәре тик ике-өс йылдан һуң ғына асылыр”, – тигән хәбәр ишетелә. Бәхеткә күрә, республика Хөкүмәте, район хакимиәте тырышлығы менән кескәйҙәр унда бөгөн үк уйнап йөрөй.
– Был ваҡиға – беҙҙең өсөн сикһеҙ ҡыуаныс. Былтыр Мәҡсүттә бер нисә ауылды тәьмин итерлек бинаны үҙгәртеп ҡороу юлы менән асылған 85 урынлыҡ балалар баҡсаһын иҫәпкә алмағанда, районда инде 24 йыл буйына мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн учреждение төҙөлмәгән. Шуға уның төбәгебеҙ өсөн әһәмиәтен үҙегеҙ ҙә самалай алаһығыҙ инде, – тине, кескәйҙәрҙе һәм ата-әсәләрҙе ҡотлап, район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров.
– Эш бик тиҙ башҡарылды, төҙөүселәр бурысын яуаплы үтәне. Әйткәндәй, башҡа төбәктәр ике-өстө тырыштырғанда, был балалар баҡсаһы быйыл беҙҙә – егерме һигеҙенсеһе, – тип Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Йәһүҙин кәйефте күтәрҙе.
Бина Стәрлебаш ауылының йәштәр биҫтәһендә урынлашҡан. Алдағы йылда тағы 800-гә яҡын ер участкаһы бүленәсәген иҫәпкә алғанда, тиҙҙән балалар баҡсаһы гөж килеп торор әле!