Төп байрамды беләбеҙме?24.12.2014
Бөгөн – Башҡортостан Конституцияһы көнө, уның ҡабул ителеүенә 21 йыл тула. Республиканың төп документы барлыҡ хоҡуҡ системаһы өсөн нигеҙ ташы булып тора. Ул ҡабул ителгәндән алып йәмғиәтебеҙҙәге демократик үҙгәрештәрҙе беркеткән, Федератив Рәсәй составында Башҡортостандың дәүләтселеген нығытҡан, төбәктә йәшәгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлаған үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Ә гәзит уҡыусыларыбыҙ был байрамды беләме?

Зәкиә МИҺРАНОВА, хеҙмәт ветераны:
— Әлбиттә, бынан 21 йыл элек ҡабул ителгән Конституция күңелгә ятышлыраҡ ине. Ул саҡта беҙҙә үҙаллылыҡ күберәк, хоҡуҡтарыбыҙ киңерәк ине. Хәҙер иһә Федераль үҙәккә арҡаланырға күнектек...
Айрат МОСТАЕВ, юрист:
— Эйе, был байрамды беләм, Конституциябыҙ бар, ул ғәмәлдә. Әммә шундай һорау тыуа: унда нимә яҙылғанын бөтәһе лә беләме икән? Төп Законды белеп етмәү сәбәпле, кеше үҙенең хоҡуҡтары тураһында ла аныҡ ҡына хәбәрҙар түгел. Ә был хоҡуҡи наҙанлыҡҡа, битарафлыҡҡа килтерә.
Розалия МУСИНА, уҡытыусы:
— Хәтеремдә, былтыр республика Конституцияһына егерме йыл тулыу уңайы менән төрлө саралар ойошторҙолар, был хаҡта матбуғатта, телевидениела мәғлүмәт күп булды. Мәктәптәрҙә лә класс сәғәттәре үтте. Быйыл иһә тып-тын. Нимә әйтергә теләйем: дәүләттең иҫтәлекле көндәрен юбилей уңайынан ғына иҫләмәһәк ине. Мәғлүмәт күберәк булһа, кеше лә, бәлки, Төп Законды нығыраҡ өйрәнер, хоҡуҡтарын белергә тырышыр ине.
Шамил ДАУЫТОВ, эшҡыуар:
— Конституция икән, берәгәйле һәм ныҡлы булһын ул. Юҡһа, беҙҙә йыл һайын тиерлек төбәк ҡануниәтен үҙәктекенә яраҡлаштырып торалар. Минеңсә, закон яҙылғас, уны үҙгәртмәҫкә, ә үтәргә кәрәк.
Салауат ХОҘАЙҒОЛОВ, студент:
— Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: Конституцияны насар беләм. Мәктәптә арлы-бирле генә өйрәттеләр, институтта ла әллә ни иғтибар юҡ. Унда минең хоҡуҡтарым яҙылғанын аңлайым, уны үҙем уҡып белергә тейешмен дә кеүек. Тик дәүләт яғынан да Төп Законды өйрәтеүгә иғтибар ҙурыраҡ булһын ине.
А. ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.



Вернуться назад