Мөғжизә илендә24.12.2014
Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, спорт ярыштарында, төрлө конкурс, олимпиада, фестивалдәрҙә уңыш ҡаҙанған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар Яңы йыл алдынан ҙур бүләккә лайыҡ булды: республика Президенты шыршыһына саҡырылды. Быйыл бындай бәхет 800-гә яҡын балаға йылмайҙы.

Мөғжизәле байрамға шулай уҡ социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр, “Мәрхәмәт” фонды ҡарауындағылар, Ватан алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары саҡырылды.
Күркәм тамашаға йыйылған уҡыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.
– Төбәктә йәш быуынды төрлө яҡлап үҫтереү, һәләттәрҙе асыу йәһәтенән күп эш башҡарыла, – тип билдәләне Салауат Тәлғәт улы. – Киләсәктә лә тырыш, ныҡышмал булырығыҙға, республика мәнфәғәтендә хеҙмәт итерегеҙгә ышанам.
Артабан уҡыусылар мажаралы әкиәт ҡараны, бүләккә йомшаҡ уйынсыҡ, Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” тигән китабын алып һөйөндө.
26 декабрҙә иһә республика уҡыусылары делегацияһы Кремль шыршыһына юллана.




Вернуться назад