Волганан Янцзыға тиклем24.12.2014
Ульяновскиҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов һәм ҠХР сит ил эштәре министры урынбаҫары Чэн Гопин рәйеслегендә Янцзы йылғаһының үрге, урта ағымындағы Ҡытай провинциялары менән сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса берлектәге эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы булды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин ҡатнашты.
Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Ҡытай провинциялары вәкилдәре ике яҡлы хеҙмәттәшлек проекттарын тикшерҙе, шулай уҡ артабанғы эштең төп йүнәлештәрен билдәләне.
Алексей Сухов бындай бәйләнеште нығытҡан ҡайһы бер төбәктәрҙе әйтеп үтте. Улар иҫәбенә Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, шулай уҡ Түбәнге Новгород, Ырымбур һәм Ульяновск өлкәләре инә. Осрашыуҙа яҡтар сауҙа-иҡтисади, гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйҙы.
Бынан тыш, кәңәшмәлә 2015 йылдың июлендә Өфөлә ШОС саммиты барышында дәүләт башлыҡтары менән төбәктәрҙәге юғары вазифалы кешеләрҙең “Волга-Янцзы” юҫығында осрашыуын ойоштороу мөмкинлеге тураһындағы тәҡдим яңғыраны. Унда тейешле килешеүҙәргә һәм эшҡыуарлыҡ контракттарына ҡул ҡуйыу күҙаллана.