Дәртле Әй ҡыҙы24.12.2014
Дәртле Әй ҡыҙы Ҡатын-ҡыҙҙың фиғелен аңлар өсөн, уның эсеп үҫкән һыуҙарын, йүгереп йөрөгән ерҙәрен күреү фарыз. Халҡыбыҙға Салауат батырҙы үҫтергән Әй һылыуҙа­рын күргән һайын әллә күпме һорауҙар, мөғжизәле сер йомға­ғы барлыҡҡа килә. Уйламаҫтан, Мостай Кәримдең шиғри юлда­ры иҫкә төшә: “өс мөғжизә мине әсир алды”. Кеше менән иңгә-иң­де терәп эшләһәң дә, ҡайһы саҡ уның тураһында йылы һүҙ әй­тер­гә, эшмәкәрлеген баһа­ларға ҡыймай тораһың. Әллә был беҙҙең үтә баҫалҡылыҡ, әллә тағы...

Ғәлимәнең бала сағы Дыуан райо­ны­ның Мәрйәмғол ауылында үтә. Ишле генә ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ булғас, һеңле­ләрен ҡарашыу, ата-әсә эштә саҡта уларҙы ба­ғыу теремек ҡыҙҙың иңдә­ре­нә төшә. Шул осорҙан уҡ уның етәксе, ойоштороу һәлә­тенә нигеҙ һалын­ған­дыр. Биш ҡыҙ тәрбиә­ләгән Ғәлимйән менән Санияның ғаи­лә­һендә йорт эш­тәрен, ҡаралты-ҡура мәшәҡәттәрен үҙ-ара тиҙ генә башҡарыу ғәҙәте һеңгән. Ә шулай ҙа Ғәлимә күберәк атаһы эргә­һендә уралырға ярата, ул-был эш­тәрҙә айырылғыһыҙ ярҙамсыһы булып китә. Малайҙар урынына бесән сабыу, күбә күбәләү, ат, машина менән эш итеү – уның иңенә төшкән, әммә кинәнеп баш­ҡар­ған шөғөлдәр. Шуға ла атаһынан күскән ныҡлыҡ, үҙ-үҙенә ышаныу­сан­лыҡ – тормошонда бик ярҙам иткән сифаттар.
Мәктәпкә барғас та, Ғәлимәнең күңе­лен белемгә булған ынтылыш биләп ала. Һәр дәрес, һәр көн уның өсөн бай­рамға әйлә­нә. Ҡайнап торған мәктәп тормошонда йәш ҡыҙҙың һәр теләгенә яуап бирерҙәй шөғөл табыла. Уҡыу, йәмәғәт эштәре, мәҙәни тормош Ғәли­мә­нең арымай-талмай баш­ҡара торған көндәлек эшмәкәрлегенә әй­лә­нә. Арый урта мәктәбенең VIII класын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, һис бер икеләнмәй, Мәсәғүт педагогия учили­щеһына уҡырға бара. Бында үҫмер ҡыҙ­ҙы бигерәк тә музыка дәрестәре ылыҡтыра башлай. Моңдо тойоу, йыр­ҙы еренә еткереп башҡарыу тап ошо осорҙа һалына ла инде Ғәлимәлә. Ә ҡыҙҙың белем офоғоноң сиктәре сик­һеҙ, артабан мотлаҡ – Өфөгә!
ХХ быуаттың 90-сы йылдары йәм­ғиә­те­беҙҙең бик ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла, ауыр һәм рухи күтәрелеү осоро була. Ошо тулҡынға килеп ҡушылып, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын һайлай ҡыҙ. Һәм яңы­лыш­май ҙа. Фирҙәүес Хисамитдинова етәк­селек иткән факультет тәүге аҙымдарын ғына яһа­һа ла, унда ныҡлы ышаныс, йәштәргә өмөтлө ҡараш өҫтөнлөк итә. Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы киләсәген әҙәбиәт донъ­я­һы, уҡытыу эше менән бәй­ләргә тигән ныҡлы ҡа­рарға килә. Баш­ҡорт әҙә­биәте һәм мәҙә­ниәте ка­фед­ра­һында ас­сис­тент булараҡ эш башлай, академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантура­һына уҡыр­ға инеп, уны уңышлы тамамлай. Артабан уға тәрбиә, фән буйынса декан урын­баҫары вазифаһын ышанып тапшыралар. Бар эш­те еренә еткереп баш­ҡарырға ғә­ҙәт­лән­гән йәш уҡытыусы бында ла һы­нат­май. Факуль­теттың эшен йән­лән­дереү, студенттар тормошон ҡыҙыҡ­лы итеп ойоштороу, фәнни конференциялар үткәреү – Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙының эшмә­кәрлегенең бер яғы ғына. Шулай уҡ әле генә ауылдан килгән балаларға әсәй ҙә, апай ҙа, әхирәт тә булыу уның иңенә төшә. Ләкин бер ваҡытта ла зарланмай, һәр саҡ шат йылмайып йәшәргә өйрәнгән ул.
Эшләгән кешене күрәләр, тағы ла яуаплыраҡ урын тәҡдим итәләр. Баш­ҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафед­раһының етәксе вазифа­һына йәш белгесте бик ышанып тәҡдим итәләр. Йыл һайын үткә­релгән традицион Аҡмулла көндәрен ойош­тороу, юғары кимәлдә әҙерләү күберәк уның өлө­шөнә төшә. Матур йола республика, Рәсәй сиктәрен үтеп, халыҡ-ара кимәл­гә күтәрелде. Ошо айлыҡ сиктәрендә мәктәп уҡыусыларының олимпиадаларын кафедра уңышлы уҙғара бара. Быйыл Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы етәк­ләгән кафедра Рәсәй фәндәр ака­де­мия­­һының ике грантын отоп, Свер­д­ловск өлкәһе башҡорттарының фольклор өлгө­ләрен йыйҙы, Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим юбилейына арнал­ған халыҡ-ара конференция үткәрҙе.
Ғәлимә Ғәлина – ­­­­2009 йылдан алып Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министр­лы­ғы­ның педагогик белем йүнәле­шен­дәге “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бу­йынса комиссияһы ағзаһы. Күп тапҡырҙар “Йыл уҡытыусыһы”, мәктәп уҡыусы­ла­рының башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм төбәк-ара олим­пиадаһы, “Урал батыр” конкурсы­ның жюри ағзаһы булыу етәксенең заман менән йәнәш атлауы хаҡында һөйләй. “Башҡортостан ха­лыҡ­тары телдәре тура­һында”ғы За­кондың үтәле­шен тикшереү ко­мис­сияһы ағзаһы бу­ла­раҡ, уға йыш ҡына төрлө улты­рыш­тарҙа ҡат­нашырға, коман­диров­каларға йө­рөргә тура килә. ­Хеҙмәт­тәш­емдең эше юғары баһала­нып, мәғариф ал­дынғыһы тигән исем бирелде.
Райондарҙа ла, мәктәптәрҙә лә йыш булып, халҡыбыҙҙың рухын бөтәйтеүгә күп көс һала ул. Әле генә студенттары менән Аҡмулла төбәгенә юл алһа, икенсе юлы Салауаттың изге еренә сәйәхәт ҡыла. Йыш ҡына яҙыусылар, шағирҙар менән осра­шыуҙар, ижади кисәләр үткәреп, студенттар тормошон йәмләп ебәрә.
Ҡатын-ҡыҙҙың донъяһы ғаиләһеҙ түңә­рәк булмаҫ ине. БДПУ-ла II курста уҡып йөрөгән матур ҡыҙ Миләүшәнең әсәһе генә түгел, ә дүрт туғанына кәңәш биреүсе, йәй айҙарында Әнүәре менән атайҙарҙан ҡал­ған йортта, Мәрйәм­ғолда, кинәнеп бал ҡорттарын ҡарау, тәбиғәт ҡосағында бу­лыу эшенә дәрт-дарман өҫтәй. Бына ни өсөн Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙының йөҙө ҡояш кеүек балҡып, эшендә ут сәсрәп тора икән!

Зәки ӘЛИБАЕВ,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ доценты.



Вернуться назад