Ете тарафтан ете хәбәр03.02.2012
Белем артыҡ булмай

Райондағы 110-сы профессиональ училище базаһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, ветеринар станция белгестәре өсөн өҫтәмә профессиональ белем биреү курстары асылды.
Сара район хакимиәте һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты араһындағы килешеү нигеҙендә үткәрелә. Ике аҙна дауамында юғары уҡыу йортоноң өҫтәмә профессиональ белем биреү үҙәге белгестәре "Предприятиеларҙың көрсөк шарттарында эшмәкәрлек итеү проблемалары", "Иҡтисади көрсөк шарттарында фермер хужалыҡтарын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге" темаларына лекциялар уҡыясаҡ һәм ғәмәли күнекмәләр үткәрәсәк.
"Хәйбулла хәбәрҙәре".


Йәштәрҙең киләсәген хәстәрләп

Ошо көндәрҙә Иҫке Собханғол ауылында ике әһәмиәтле сара үтте: тәүҙә сығарылыш класс уҡыусылары – республиканың уҡыу йорттары вәкилдәре менән, унан һуң студенттар район хакимиәте етәкселеге менән осрашты.
Райондың мәғариф бүлеге ойошторған сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө ҡалаларында урынлашҡан юғары уҡыу йорттарының 20 вәкиле килде. Быйыл Бөрйән районы мәктәптәрен 190 уҡыусы тамамлай – осрашыуҙа уларҙың барыһы ла тиерлек булды, уҡырға инеү мәсьәләһе буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Илдең төрлө юғары һәм урта уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың һаны күберәк – бер меңдән ашыу. Район мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараға уларҙың байтағы килгәйне. Рәсми өлөштән һуң, студенттар араһында КВН уҙғарылды, иң отҡор йәштәр билдәләнде.
"Таң", Бөрйән районы.


Сәмлеләр көс һынашты

Районда граждандарҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, оборона һәм спорт эштәре буйынса айлыҡ иғлан ителде, ул Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала.
Ошоға ярашлы, төбәктә тәүге сара – пневматик винтовканан атыу буйынса бәйге ойошторолдо. Ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Үрге Тәтешле ауылының 2-се мәктәбендә белем алыусы Илмира Вәлиәхмәтова яуланы. Икенселә – Иҫке Ҡайпандан Айһылыу Нуриәхмәтова, өсөнсөлә – Кәлтәйҙән Әлиә Солтанова.
Егеттәр араһында тәүге урынды Түбәнге Балтастан Владислав Ғөбәйев, икенсене – Яңы Тәтешленән Никита Әхмәтшин, өсөнсөһөн Кәлтәйҙән Андриан Моратшин яуланы. Командалар араһында Кәлтәй мәктәбе иң көслөһө тип табылды.
"Тәтешле хәбәрҙәре".


Ярты ғүмер эштә үтә

Һәммәбеҙҙең дәрт-дарманы, көсө, илһамы күберәк эшкә бүленә, байтаҡ ваҡытыбыҙҙы, ғәмәлдә, сит кешеләр – хеҙмәттәштәребеҙ янында үткәрәбеҙ. Яҡындарыбыҙ иһә был хаҡта ни уйлай? Бәлки, бер-береңде яҡшыраҡ аңлар өсөн яҡынығыҙҙың эш урыны менән танышыу кәрәктер?
Нефтекамала район-ара ведомствонан тыш һаҡ бүлеге начальнигы Фидалис Ғималетдинов хеҙмәткәрҙәренең ҡатындарын эш урынына экскурсияға саҡырған, уларҙың хеҙмәти бурыстары менән таныштырған, "Полиция тураһында"ғы Федераль закондың полиция хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренә ниндәй социаль гарантиялар биреүе хаҡында һөйләгән. "Ир – баш, ҡатын – муйын, – ти хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре. – Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн тылың – ғаиләң ныҡ булыуы мөһим. Ошо йәһәттән был осрашыу бик фәһемле булды".
"Киске Нефтекама".


Асҡындар саңғыны үҙ итә

Район ойошмалары, предприятиелары, учреждениелары, муниципаль берәмектәр хеҙмәткәрҙәре араһында саңғы ярышы ойошторолдо.
Тышта һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, бәйге көсөргәнешле барҙы, көйәрмәндәр ҙә килгәйне. Ярыш өс категорияла – 40, 50, 60 йәшкә тиклемгеләр араһында ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым үткәрелде. Ҡышҡы спорт төрөн үҙ итеүселәр 5, 3, 2 километрлыҡ араға йүгерҙе. Һөҙөмтәлә, физкультура уҡытыусылары Ольга Ғимранова, Вадим Садиҡов, Олег Әфләтунов, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре Зилә Сәлимова һәм Шишмә-Ураҡай ауылы уҙаманы Венир Саҙретдинов еңеү яуланы.
"Йәнтөйәк", Асҡын районы.


Эшкә – тыуған яҡҡа

"Ауыл табибы" федераль программаһы Ҡыйғы районында ла уңышлы башланып китмәксе.
Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, яҡташыбыҙ Линар Хажиев тыуған яғына хирург булып эшкә ҡайтмаҡсы. Үҙәк район дауаханаһы менән контракт төҙөгәндән һуң, ул 1,1 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамына (100 мең һумы – республика ҡаҙнаһынан) дәғүә итә аласаҡ. Ләүйылға ауылы ҡыҙы Светлана Шаһбанова ла Ҡыйғыға ҡайтмаҡсы. Ул әле баш ҡаланың 4-се балалар табыу йортонда интернатура үтә. Районда йәш белгестәрҙе бик көтәләр.
"Беҙҙең Ҡыйғы".


Йөҙйәшәрҙәр – арабыҙҙа

Үрге Әрмет ауылында йәшәүсе Фатиха Мирсаяпова Ишембай районындағы иң оло кешеләрҙең береһе – ошо көндәрҙә ул 100 йәшлек юбилейын билдәләне.
Ғөмүмән, төбәктә йөҙйәшәрҙәр бихисап – һигеҙ кеше. Иң өлкәненә – 103 йәш, 102-һен тултырыусы – ике инәй, 101 йәшен үткәреүсе бер инәй булһа, дүртәүһе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Оло йәштәгеләрҙең барыһы ла – ҡатын-ҡыҙҙар.
Фатиха Хәбибрахман ҡыҙына килгәндә, ул дүрт балаға ғүмер биргән, әле 63 йәшлек кинйә улы Фәнир ағайҙың ғаиләһе менән бергә йәшәй. Әйткәндәй, был – атай нигеҙе, йөҙйәшәр бында 1931 йылдан алып йәшәгән. Ул киләсәктә ейәндәре лә нигеҙҙе ҡоротмаҫ тигән теләктә ҡала.
"Торатау", Ишембай районы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.


Вернуться назад