Мут әҙәмдәр йоҡламай24.12.2014
2008 йылда Яңы йыл алдынан “Купи-продай” бушлай тара­тылған гәзитендә “ИнвестКапиталКредит”, “Урал халыҡ касса­һы” кредит ҡулланыу­сылар кооперативтарын рекламала­ғайнылар. Йылына 30 процент табыш вәғәҙә иткән “ИнвестКапиталКредит” иғтибарымды йәлеп итте.

Кооперативтың ҡала үҙәгендә урын­лашҡан офисына барырға булдым. Унда менеджер, кассир-бухгалтер, страховкалаусы ҡатындар һәм һаҡсы ир бар ине. Мин уларға 15 мең һум аҡсамды бирҙем. Яуап итеп, директор В.В. Смирнова ҡул ҡуйған “Пайсы һаҡлыҡ кенәгәһен”, һаҡ­лыҡ полисын, договорҙы, касса ордерына квитанцияны бирҙеләр. Улар июл­дә килемдән алынған һалымдан, йәғни 235 һумдан, тыш иҫәп-хисап яһарға вәғәҙә итте. Өфөләге үҙәк офисҡа шыл­тыратҡандан һуң тағы 55 мең һум аҡса өҫтәнем. Был сумманы һаҡлыҡ кенә­гәмдән алдым.
Әммә августа Стәрлетамаҡ телеви­дениеһы тапшырыуында кооператив­тың юҡҡа сығыуы хаҡында хәбәр итте­ләр. Ысынлап та, офисҡа килгәй­нем, ремонт барғанлығын күр­ҙем. Шунда ғына уғ­ры­ларҙың “тоҙа­ғына” элә­геүемде аң­ланым.
Иң ҡыҙғанысы шул: ошондай әҙәмдәр ялған документтар эшләү һөҙөм­тәһендә әллә күпме кешене һе­мәйт­кән. Ундайҙар яуаплылыҡ тоторға тейеш. Кооператив­ты төҙөгән Акопян йәмғеһе 1 мең 500 кешене алдаған. Әлегә Өфөнөң Октябрь райо­ны суды 600-ҙән ашыу кеше­нең дәғүәһен тыңлаған. “Һеҙгә 70 мең һум бурысым бар – быны таныйым”, – тип белдерҙе миңә суд ултырышында Акопян әфәнде һәм – вәссәләм!




Вернуться назад