Һәр халыҡ үҙ ерендә бәхетле йәшәргә тырыша. Бала саҡта хәтфә үләндән йүгереп, саф һыулы йылға-шишмәләр кисеп, мең йәшәр урмандарҙа ҡош һайрауын тыңлап, емеш-еләк йыйып, балыҡ тотоп үҫкәндәр – йәшәү йәмен ысын мәғәнәһендә татыған кешеләр. Мин ғәзиз тыуған ерем Белорет районында ике ауыл халҡын борсоған мәсьәлә – Уҫманғәле мәктәбенең яҙмышы хаҡында бәйән итмәксемен.
1999 йылда төҙөлгән 108 урынлыҡ мәктәптә Арышпар, Ноҡат һәм Уҫманғәле ауылы балалары белем ала. Уҡыусылар һаны кәмегәс, башланғыс кластар ғына ҡалдырылып, 2009 йылда ул Инйәрҙәге 2-се мәктәптең филиалына әйләнә. Бөгөн унда ни бары алты бала уҡый, шуға газ менән йылытылған, барлыҡ уңайлыҡтарға, ҙур спорт залына, иркен ашханаға эйә заманса мәктәптең киләсәге хәүеф аҫтында.
Бер көн мин Инйәр, Уҫманғәле халҡы менән мәктәп бинаһын балалар баҡсаһына үҙгәртеп ҡороу хаҡында һөйләшеп, ҡултамғалар йыйып, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа мөрәжәғәт иттем. Ул белем усағының киләсәге тураһында аныҡ бер фекер ҙә әйтмәне, тик 2015 йылда Инйәр ҡасабаһында 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөләсәген белдерҙе. Әйткәндәй, бөгөн был ике биләмәлә 380 бала оҙайлы сиратта тора, яңы баҡса төҙөлһә лә, мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәйәсәк. Шуға күрә ауылдаштарымды, яҡташтарымды был мәсьәләгә ҡарата битараф булмаҫҡа саҡырам.