Быймаһы ла быймаһы...24.12.2014
Быймаһы ла быймаһы... Ҡасандыр Түбәне рудник, теген фабрикаһы, йоҙаҡтар эшләү заводы һәм, әлбиттә, быйма баҫыу цехынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай ине. Ваҡыт үтә, заманалар үҙгәрә. Элекке гөрләп торған Түбә ауылы, урындағы сәнәғәт етештереүе туҡтатылыу менән, бер мәлгә һүнеп ҡалғандай булды. Әммә эшләйем, йәшәйем тигән кеше яйын таба. Ауылда, мәҫәлән, әле лә быйма баҫыу менән шөғөлләнгән, шулай кәсеп иткән кешеләр, ғаиләләр бар. Үлйәбаевтар — тап шундайҙарҙан.

Лоҡман Мәхмүтйән улы ҡасандыр тирә-яҡ ауыл­дарҙың ир-атын да эш менән тәьмин итеп торған Түбә заводында эшләй. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, ул үҙенең яратҡан шөғөлдәренең береһе – фотоға төшөрөү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Әммә ғаиләне ҡарау, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн был ғына етмәй. Ахырҙа ул өйҙә, мейес алдында, балаларға быйма баҫа башлай. Был һөнәргә әсәһе Мәрйәм Хәмзә ҡыҙынан һәм ауылдың оҫталарынан өйрәнгән.
Теүәл бер ҡыш Лоҡман ағай быйма баҫыу сер­ҙәренә төшөнә, уның үҙенсәлектәрен барлай. Быймалары йылы һәм йомшаҡ килеп сыҡҡас, 1990 йылда цех асып ебәрә. Атайҙарының нисек йөндән быйма эшләүен ҡарап, ҡыҙыҡһынып үҫкән ике улы ла – Урал менән Юлай – бөгөн Лоҡман Мәхмүтйән улының юлын дауам итә. Шулай итеп, был ғаилә шөғөлөнә әүерелә.
Быймаһы ла быймаһы...– Быйма өсөн халыҡтан йөн йыйып алабыҙ. Үҙебеҙ ҙә һарыҡ тотабыҙ. Бер ҡышта 200-250 пар аяҡ кейеме әҙерләйбеҙ. Бының өсөн бөтә шарттар тыуҙырғанбыҙ. Ике иҫке йөн тетеү станогынан бер һәйбәт станок эшләп алдыҡ. Быйма хаҡы, үлсәменә ҡарап, 650 һумдан 1700 һумғаса барып баҫа, – ти Лоҡман Мәхмүтйән улы.
Лоҡман Үлйәбаев 2006 йылда аҙыҡ-түлек магазины асып ебәрә. Тормош юлдашы Хәҙисә Мәрүән ҡыҙы ошо магазинда һатыусы булып эшләй, уға Юлайҙың ҡатыны Лиана ярҙам итә. Өлкән ки­лен­дәре Римма ла ғаилә бизнесына үҙ өлөшөн индерә. Ул йөн тапочкалар, быйма баштары эшләй. Матур биҙәкле йылы аяҡ кейемдәрен яратып һатып алалар.
– Бер йыл элек ошондай быйма баштары эшләргә өйрәндем. Биҙәкле йөн тапочканы һораусылар күп. Бер пары 500 һум тора. Быйыл йәй бесәндән бушаған арала, Себерҙән ялға ҡайтыусыларҙың заказы буйынса, быйма баштары әҙерләнем, – ти Римма.
Лоҡман ағайҙың өлкән улы ла быйма баҫыу эшен яратып башҡара. Бәләкәйҙән атаһы эргәһендә ултырып, серҙәренә өйрәнгән Урал был эште ғүмерлек кәсебе итеп күрә.
– Һәр кемдең яратып башҡарған шөғөлө булырға тейеш. Быйма баҫыу эшен ифрат яратам тип ихлас күңелдән әйтә алам. Иртәнге 6-нан тороп, сәй эсеп, мал-тыуарҙы ҡарағас, 7-ләргә цехҡа килеп етәм. Үҙебеҙҙең даими һатып алыусыларыбыҙ барлыҡҡа килде. Киләсәктә уларҙың һанын арттырыу – маҡсат­тарыбыҙҙың береһе, – ти Урал Үлйәбаев.
Лоҡман ағайҙың кесе улы Юлай быйма өсөн сеймал әҙерләй. Ошо миҙгелдә уның күп ваҡыты йөн тетеү станогы янында үтә. Юлай шулай уҡ ҡорт­со­лоҡ менән шөғөлләнә. Исемдәре тирә-яҡҡа билдәле Түбә быймасыларының эшен, кәсебен әле лә уңыш­лы дауам итеүселәр булыуы ҙур һөйөнөс. Үлйә­баев­тар тауарын Темәс, Баймаҡ баҙарҙарына һатыуға сығара. Шулай уҡ йорттан да килеп алалар. “Үҙең­дең тыуып үҫкән ереңдә йәшәү һәм күңелеңә ятҡан эш табыу – ҙур бәхет”, – ти улар.





Вернуться назад