Ихатала һуйырға ярамай. Ә ҡайҙа?23.12.2014
Яңы йылға ишек ҡағырға оҙаҡ ваҡыт ҡалманы. Ул беҙҙең тормош-көнкүрешебеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар менән бергә яңы мәшәҡәттәр, проблемалар ҙа алып килә. Шуларҙың береһе – малды махсус урындарҙа ғына һуйып һатыу талабының ғәмәлгә инеүе.
Был техник регламент, дөрөҫөн әйткәндә, быйыл 1 майҙан үтәлә башларға тейеш ине, ләкин ул депутаттар уйлағанса килеп сыҡманы, сөнки мал һуйыу цехтары күпселек райондарҙа юҡ йә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә уларҙы төҙөү бер-ике көнлөк эш түгел.
Был йәһәттән Көйөргәҙе районының хужалыҡтары ла байтаҡ ҡаршылыҡтарға осраны. “Ватан” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтов ике йыл элек мал һуйыу цехы төҙөгәйне. Фермаға терәтеп эшләнгәс, нормативтарға тап килмәй тип, уны рәсми теркәүҙән баш тарттылар. Ысынлап та, ветеринария-санитария талаптары буйынса мал һуйыу цехы ауылдан – кәмендә 300 метр, ә ферманан бер километр алыҫлыҡта булырға тейеш. Уның шулай уҡ йылға, күл һәм быуаларҙан мөмкин тиклем алыҫыраҡ урынлашыуы хәйерле.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Айҙар Әкбәров, алдағы йылдан халыҡҡа мал һуйыу цехының ни тиклем кәрәк буласағын ныҡлы аңлап, был эшкә күңел биреп, ең һыҙғанып тотондо. Әлеге көнгә ул тейешле документтарҙы Өфөгә алып барып тапшырған. Коллегалары менән Бүздәктән алыҫ булмаған урында мал һуйыу майҙансығы асҡан Р.Ә. Туҡтамышевтың эш алымдарын өйрәнеп ҡайтҡан.
— Үҙемдең цехты Бахмуттан ситтә, йәғни бөтөн ветеринария-санитария талаптарына ярашлы асырға уйлайым. Минең өсөн Туҡтамышевтың эш тәжрибәһе һәйбәт өлгө булып тора, — ти Айҙар Закир улы. Ул коллегалары — райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш зоотехник Рәүеф Намаҙғолов, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев, зоотехник Сабит Хәсәнов, эшҡыуар Таһир Ибраһимов — менән бергәләп Стәрлетамаҡ районының Бугуруслановка ауылына барып, Ф.И. Машкин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең тәжрибәһен уртаҡлашып ҡайтты.
— Был ауыл хужалығы предприятиеһының фермаһы янында мал һуйыу цехы өс йыл элек төҙөлгән. Санитария талаптарына бик тап килеп бөтмәһә лә, цех сертификат алыуға өлгәшкән, Таможня союзына ингән. Предприятие кәрәкле ҡорамал һатып алыу өсөн 3 миллион һум самаһы аҡса тотонған. Цех әлегә яҡындағы ферма өсөн генә эшләй, үҙҙәренең ветврачы, лабораторияһы, бер тоннаға яҡын продукция һыйҙырышлы һыуытҡысы, махсус контейнеры бар. Киләсәктә халыҡтың малын да һуйып эшкәртергә ниәтләйҙәр. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн хаҡ 1,5 мең һумдан кәм булмаясаҡ, — ти А. Әкбәров.
Малсылыҡ өлкәһендәге яңы регламентҡа бәйле республикала унға яҡын мал һуйыу цехы асылған. Тағы күпмеһелер төҙөлөп бөтөп бара. Һәр районда кәмендә ике цех хеҙмәтләндерергә тейеш, тип иҫәпләй аграрийҙар. Ә уларҙы булдырыу анһат түгел. Ҡоролмалар һатып алыу өсөн генә лә кәмендә 5 миллион һум кәрәк.