Ҡырғыҙҙарҙы Башҡортостан ҡыҙыҡһындыра23.12.2014
Ҡырғыҙҙарҙы Башҡортостан ҡыҙыҡһындыра – Аграр университетта Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән һәм сит илдәрҙән 80-дән ашыу студент уҡый. Төркмән, үзбәк, ҡаҙаҡ, тажик, япон һәм вьетнам йәштәре ҙур теләк менән һөнәр ала. Һүҙемде уларҙан башлағас, шуны ла иғтибарығыҙға еткереп үтәйем: белем алыуға үтә етди ҡарайҙар, тырышлыҡтары менән хатта аптыратып та ҡуялар. Тәртип яғынан да өлгө булып торалар, – тип башланы һөйләшеүҙе Башҡортостан дәүләт аграр университетының халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге мөдире Лира Зорина.
Аграрсыларҙың сит илдәрҙәге төрҙәш уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте әленән-әле нығытып тороуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Ә бәйләнештәрҙең һөҙөм­тәһе нимәлә асыҡ күренә һуң? Ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы Ли­ра Нәғим ҡыҙына ла еткерҙек. Һүҙ – уға:

Ҡырғыҙҙарҙы Башҡортостан ҡыҙыҡһындыра– Бөгөн заман һулышын алданыраҡ тойоп, башҡа уҡыу йорттары эшмәкәр­леге менән даими танышып барып, тәжрибә уртаҡлашып йәшәү бик кәрәк. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Хеҙмәт баҙары беҙҙән юғары квалификациялы, төплө белемле, алдынғы ҡарашлы һөнәр эйәләре талап итә. Ә үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнағанда, ҡайҙа ла ихтыяж ҙур булған белгес әҙерләүе икеле, әлбиттә. Шунлыҡтан башҡа уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙы, хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы заман талабы тип иҫәпләйбеҙ. Шуға ынтылабыҙ ҙа. Мәҫәлән, студенттарыбыҙ хеҙмәт практикаһын Данияла, Германияла бик теләп үтә. Уҡытыусыларыбыҙ күптән түгел генә Бөйөк Британияла тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты. Әйткәндәй, бындай миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә мөмкин, сит илдәргә даими сығып торабыҙ. Әле ауыл хужалығын үҫтереүгә арналған халыҡ-ара алты проект буйынса эш алып барыла. Уларҙың һәр береһендә студенттарыбыҙ ҙа ихлас ҡатнаша. Сит илдәрҙәге төрҙәш уҡыу йорттарынан ғалимдар һәм белгестәр беҙҙә лә йыш була. Мәҫәлән, быйыл ғына халыҡ-ара кимәлдәге ете конференция үткәрҙек. “Түңәрәк өҫтәл”дәрҙәге һөйләшеүҙәрҙең, фәнни эштәр буйынса фекер алышыуҙарҙың файҙаһы ҙур. Әле бына Ҡырғыҙстан менән бәйләнеш булдырыу ниәтендә мәшғүлбеҙ. Ни өсөндөр быға тиклем ситтә ҡалып килделәр, беҙҙә уларҙан бер генә студент та уҡыманы. Күптән түгел Ҡырғыҙстан делегацияһы беҙҙең уҡыу йортонда булып, танышып һәм ҡыҙыҡһынып киткәйне. Ике аралағы епте бәйләүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа тырыштыҡ һәм ошо көндәрҙә Ҡырғыҙстанға сәфәр ҡылдыҡ. Киләһе уҡыу йылында, бәлки, студент­тарыбыҙ араһында ҡырғыҙ йәштәрен дә күрербеҙ әле.
Ә бына Ҡаҙағстан менән бәйләне­шебеҙ юлға һалынған. Матур ғына башланғыстарыбыҙ бар. Быйыл көҙ 2013 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы булып танылған Амангилде Догалов (Астана ҡалаһынан) килеп, мауыҡтыр­ғыс дәрестәр бирҙе, студенттар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрҙе. Үҙебеҙ ҙә Ҡаҙағстандан идеяларға байып ҡайтҡайныҡ. Тәү ҡарауға оҡшашлыҡ аҙ кеүек булһа ла, ғәмәлдә иһә ауыл хужалығы тармағында уртаҡ мәсьәләләр ифрат күп икән. Шуға бергәләп эшләү отошло. Яңыраҡ беҙҙең уҡытыусылар Марина Сунарчина менән Әлфиә Кузнецова уларҙа булып, бай тәьҫораттар алып ҡайтты.
Ғөмүмән, киләһе йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән Ҡырғыҙстан ара­һын­дағы хеҙмәттәшлек ошо йүнәлештәге ырамлы аҙымдарҙың береһе булыр тип көтәбеҙ.

М. ХАРИСОВА
яҙып алды.


Вернуться назад