Аусының рөхсәте бармы?23.12.2014
Мәсетле районындағы Ләмәҙтамаҡ ауылы янында полиция хеҙмәткәрҙәре ҡоралайға рөхсәтһеҙ һунар итеүселәрҙе ҡулға алған.
Өфөнән килгән өс кеше йәнлек түшкәләрен бүлгеләгәндә, тәртип һаҡсылары килеп сыға. Ирҙәр үҙҙәренең енәйәтсел ғәмәлен таный. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ике һунар мылтығын, пистолет, патрондар, бысаҡ, балта һәм өс ҡоралай түшкәһен таба. Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.