Кемгәлер — Яңы йыл, ә урманға — зыян23.12.2014
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡланған. Урман фондына килтерелгән дөйөм зыян 158 мең һум күләмендә баһалана. Республиканың Урман хужалығы министрлығынан ошо турала хәбәр иттеләр.

– Балаҡатай районында шыршыны күпләп киҫкәндәр. Шундай уҡ осраҡтар Ейәнсура, Архангел райондарында ла теркәлгән, — ти Министрлыҡ белгесе Илдар Вальщиков. — Ошоға бәйле материалдар эске эштәр органдарына тапшырылды.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, урман хужалығына килтерелгән зыян 5 мең һумдан артмаһа, тәртип боҙоусыға 4-5 мең һум күләмендә штраф һалына. Шул уҡ мәлдә уның күләме вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, ойошмаларға 200-300 мең һум тәшкил итә.



Вернуться назад