Гәзит менән күптән дуҫмын23.12.2014
Гәзит менән  күптән дуҫмын 1956 йылдың мартында “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите аша Рамаҙан Өмөтбаев менән танышҡайным. Ул саҡта арҙаҡлы шәхесебеҙ КПСС-тың Баймаҡ район комитетында беренсе секретарь ине, гәзиттә Ленин ордены менән бүләкләнеүе тураһында яҙып сыҡҡайнылар.

Башҡортостанда әллә күпме башҡорт йәшәй. Баш ҡалала ла шул уҡ хәл. Әммә бөгөн гәзиткә яҙылыусылар һанының кәмеүе эсте бошора. Тағы шуныһы ҡыҙғаныс: киң мәғлүмәт сараларында эшләгән ҡайһы бер таныштарым да “Ҡайҙан “Башҡортостан”ды табырға икән?” тип аптыранып йөрөй. Ә беҙ ғаиләбеҙ менән нисәмә йыл инде “Башҡортостан”дан айырылмайбыҙ. Киләсәктә лә шулай эшләйәсәкмен. Етеп килгән Яңы йыл байрамы айҡанлы яҡындарыма гәзит яҙҙырып бүләк итергә булдым.

Фәнис ИСХАҠОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе,
иҡтисад фәндәре кандидаты.


Вернуться назад