Кем яғында һин, закон?23.12.2014
Ғаиләбеҙҙә 11 кеше: ирем, үҙем һәм балалар (дүртәүһен тәрбиәгә алғанбыҙ). Ирем Юлай Әнүәр улы крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, өлкән улыбыҙ менән шунда эшләп йөрөй. Лизинг килешеүе буйынса трактор һатып алдыҡ (түләп бөтмәгәнбеҙ әле), 100 гектар еребеҙ бар, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ.
2011 йылда торлаҡ төҙөү буйынса федераль маҡсатлы программаға ярашлы сиратҡа баҫтыҡ. Быйыл әлеге документтың атамаһы “2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” тип үҙгәртелде. Ошоғаса сиратта алтынсы булып килә инек, әммә әлеге яңы программаның автомат­лаштырылған мәғлүмәт системаһы ғаиләбеҙҙе 13-сө урынға күсергән. Йәнәһе лә, закон күп балалы ғаиләләр яғында. Ә беҙҙең ундай статусҡа хаҡыбыҙ юҡ, имеш — тәрбиәгә алған балаларым ҡануниәт алдында беҙҙеке һаналмай. Быны нисек аңларға? Бер йортта, бер ғаилә булып йәшә-йәшә лә сабыйҙар ят, имеш? Нисек минеке булмаһын?! Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡәҙерле, яҡын. Үҙҙәре лә “атай”, “әсәй” тип өҙөлөп тора. Ошо балаларға кәрәк булғанға йорт һала башлаған көнөбөҙ. Улар сығып китеп, таралышып бөтһә, өйҙөң беҙгә ни кәрәге?
Иң аптыратҡаны шул: район, республика кимәлендәге саралар була ҡалһа, күп балалы ғаилә тип беҙҙе күрһәтәләр. Баймаҡ — Өфө юлдарына саң ҡундырмайбыҙ тиерлек. Ә сират, субсидия мәсьәләһе килеп тыуғайны, беҙ бер кем дә түгелме? Мин был осраҡта һис кенә лә ауыл, район хакимиәттәренә һүҙ тейҙерергә теләмәйем. Улар ҡулдарынан килгәнсә ярҙамынан өҙмәй. Төп дәғүә — законға. Кем яғында ул?






Вернуться назад