Мәсәғүт ауылында урынлашҡан Республика лицей-интернатында танылған яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың уҡыусылар менән осрашыуында матбуғат тураһында ла һүҙ булды. Мәҫәлән, уҡытыусылар гәзиттәге мәҡәләләрҙе дәрестә ҡулланыуы хаҡында һөйләне, ә ҡыҙҙар һәм малайҙар, әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыу менән бер рәттән, төрлө баҫмала донъя күргән шиғырҙарҙан өҙөктәр ятланы. Форсаты сыҡҡанда Республика лицей-интернаты директоры Фларис ШАКИРОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.– Тиҙҙән Яңы йыл етә, шуға һәр кемдең, айырыуса балаларҙың, дәрт-дарманы ташып тора. Үҙегеҙҙең, уҡытыусыларҙың кәйефе нисек һуң?
– Ҡуй йылына аяҡ баҫабыҙ бит. Миндә ваҡ малға ҡарата һәр саҡ ғәжәпләнеү тойғоһо бар. Миҫал итеп, кәзәне генә алайыҡ. Уның дебетенән бәйләнгән бейәләй йылы, шифалы һөт тә бирә, ите тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе муллыҡ көтәлер, тим. Йөрәк шундай хистәр менән типкәндә, һүҙ ҙә юҡ, ҡулға эш бара, һәр көн иртән оло маҡсаттар менән лицейға ашығабыҙ. Шуға ҡыуанам: бында ҙур ғына түгел, берҙәм дә коллектив тупланған. 324 бала – беҙҙең ҡарамаҡта. Нисек итеп улар алдында насар кәйеф менән күренәһең?!
– Йәшерен-батырын түгел, бөгөн матбуғат баҫмаларының тиражы бигүк ҡыуандырмай. Ә бына һеҙҙең уҡыу йорто гәзит-журналдарҙың ҡайһыһы менән дуҫ?
– Әҙәм балаһы шундай зат – уға һайланыу хас. Шулай икән, беҙ ҙә күңел һөйгәнгә генә яҙылабыҙ. Бөтә баҫмаларҙы ла алдырыу мөмкин түгел, шулай ҙа башҡортсаларына өҫтөнлөк бирәбеҙ, бая телгә алыуымса, федераль журнал-гәзиттәрҙе лә ҡараштырабыҙ. Бигерәк тә “Башҡортостан” гәзитен тотош коллектив менән яҙҙырыуҙы нәҡ ошондай уҡыу йорттарынан башлауығыҙ отошло. Әлбиттә, ни тиһәң дә, белем усағы һәр йәһәттән күптәргә өлгө булып тора. Идеология төшөнсәһен мин беренсе планға ҡуям. Ә гәзит-журналдар – ысын мәғәнәһендә идеологик ҡорал.
– Бөгөн ниндәй уй-ниәттәр менән янаһығыҙ?
– Ике йылдан лицей эшләй башлауға 20 йыл туласаҡ. Уны асҡанда Хөкүмәт матди яҡтан етешһеҙ, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән малай һәм ҡыҙҙарҙы уҡырға алыуҙы тәүмаҡсат иткән, бынан тыш һәләтлеләрҙе тағы ла үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан. Беҙҙә республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгенән генә түгел, бүтән райондарҙан, хатта Силәбе, Свердловск, Төмән өлкәләренән дә үҫмерҙәр уҡый. Шул иғтибарға лайыҡ: бында килергә теләүселәр йылдан-йыл арта. Педагогтарыбыҙ, өлгәшкән ошо ҡаҙаныштар менән сикләнмәйенсә, артабан да өр-яңы идеялар менән яна, үҫешкә ҡоролған эш алымдары тураһында уйлана. Уҡыу сифатын яҡшыртыу, өлгәш баҫҡысынан түбән төшмәү, балаларға күркәм тәрбиә биреү, ғөмүмән, Ватаныбыҙға ысын шәхестәр тәрбиәләү – төп бурысыбыҙ.
Республика лицей-интернаты ошо төбәктең уҡытыусылары өсөн методик үҙәк иҫәпләнә. Беҙгә килеп курс үтәләр, төрлө конференциялар уҙғарыла.