Йәнә 11 етештереүсе23.12.2014
Ошо көндәрҙә тағы ла 11 предприятие үҙ тауарын “Башҡортостан продукты” республика брендын ҡуйып һатыу мөмкинлеген алды. Әле проектта 169 дипломант ҡатнаша.

“Башҡортостан продукты” проекты урындағы етеш­тереүселәргә булышлыҡ күрһәтеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Унда ҡатнашыу өсөн ғариза яҙырға, тауарҙың сифатын раҫлау өсөн лабораторияла тикшереү үтергә кәрәк. Төбәк продуктын баҙарға сығарыуҙы әүҙемләштереү өсөн сауҙалашыу конференциялары ойошторола, республика һәм дөйөм Рәсәй күләмендәге күргәҙмәләрҙә коллектив экспозициялар асыла.




Вернуться назад