Виктор Панченкоға ышаныс күрһәтелде23.12.2014
Виктор Панченко Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Бишенсе саҡырылыш ҡала Советының өсөнсө ултырышында депутаттар уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы.

Хакимиәт башлығы вазифаһына өс кеше — Межгорье хакимиәтенең мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Виктор Сурков, хакимиәттең эштәр идарасыһы Леонид Ростовщиков һәм башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Виктор Панченко — дәғүә иткәйне. Конкурс комиссияһының йомғаҡлау ултырышында депутаттарҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә өсөнсө кандидаттың еңеүе асыҡланды, һәм уның менән контракт төҙөлдө.




Вернуться назад