Һәр бала ҡәҙерле!23.12.2014
Федерация Советында Рәсәй ҡалаларының “Балаларҙың һәммәһе лә мөһим!” V конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙғарылды. Улар араһында Башҡортостандың Күмертау һәм Өфө ҡалалары ла бар ине.
Сарала Башҡортостандан сенатор, Федерация Советындағы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты. Конкурста еңеүселәргә ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн ихлас рәхмәт белдереп, Лилиә Салауат ҡыҙы муниципаль кимәлдә кескәйҙәргә ярҙам күрһәтеүҙең яңы алымдарын эҙләүгә булышлыҡ иткән бәйгенең әһәмиәтен билдәләне.
– Бөгөн муниципалитеттар сабыйҙар өсөн ҡулай социаль мөхит булдырыу йәһәтенән эш алып барырға, ошо өлкәләге етешһеҙлектәрҙе иҫкәртергә, балаға тәрбиә биреү йәһәтенән ата-әсәләрҙең яуаплылығын арттырырға тейеш, — тине сенатор.
Конкурс Ауыр хәлгә тарыған балаларға ярҙам фонды тарафынан уҙғарыла. Ул асылған мәлдән алып Федерация Советы булышлығында төбәктәр менән системалы эшләү яйға һалынды.