Ватансылыҡ тәрбиәләү мөһим бурыс23.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.
Унда гражданлыҡ-ватансылыҡ тәрбиәһе һәм округ төбәктәрендә йәштәрҙең хәрби хеҙмәткә әҙерлеге мәсьәләләре тикшерелде. Сараға төбәк етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, федераль ведомстволар, шулай уҡ Йәштәр советы вәкилдәре йыйылғайны.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич әйтеүенсә, бөгөн йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләү темаһы ҙур әһәмиәткә эйә, айырыуса әлегә тиклем уға тейешле иғтибар бирелмәүен иҫәпкә алғанда. Етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында ил буйынса хәрби-патриотик үҙәктәр, оборона-спорт лагерҙары асыла, ошо йүнәлештә күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек осоронда эҙәрмән отрядтарының һөҙөмтәлелеге арта, батырҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, ветерандарҙың социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ҙур эш башҡарыла.
Михаил Бабич ошо йүнәлештә тырышлыҡ һәм әүҙем позиция күрһәткән өсөн төбәк башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе.
– Был эш фарман буйынса, йөкләмәләрҙә сағылдырылһын өсөн башҡарылмай. Ул ысын күңелдән, ихлас тормошҡа ашырыла. Округтағы барлыҡ төбәктәрҙә лә был мәсьәләгә тейешле иғтибар бирелә, — тине ул.