Кескәйҙәргә – ижади ҡараш20.12.2014
Кескәйҙәргә – ижади ҡараш Күҙҙең яуын алып торған беседкалары, сағыу майҙансыҡтары, саф һауала, аҡ ҡарҙа уйнап йөҙҙәре алһыуланған, бәхет нуры һирпелгән кескәйҙәр менән ҡаршыланы беҙҙе Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се балалар баҡсаһы. Ҡапҡанан уҡ башланған ҡупшы таҙалыҡ эстәге бер бүлмәне лә урап үтмәгән.

Мөдир Нәзирә Диарова әйтеүенсә, баҡсала 13 төркөм эшләй, 380 бала тәрбиәләнә. Коллектив 57 хеҙмәткәрҙән тора. Бина быйыл ғына ремонтланған, йыһаз-ҡорамалдар яңыртылған.
Балалар баҡсаһы 2013/14 йылғы уҡыу йылында федераль дәүләт мәктәпкәсә белем биреү стандартын тормошҡа ашырыу буйынса эште уңышлы атҡарып сыҡҡан, тейешле майҙанды төҙөкләндереү, техник базаны байытыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Коллектив “Республика өсөн” социаль программа сиктәрендә ойошторолған “Урал Лото” компанияһынан бүленгән 1 миллион һумдан ашыу аҡсаға эйә булған. Был сумма ла интерьер, ашхана, уҡытыу кәрәк-ярағын алыуға тотонолған.
Тәрбиәселәрҙең, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри белемен даими камиллаштырып тороу, эшкә ижади һәм намыҫлы ҡараш талап итеү – һәр ойошма өсөн уңышҡа өлгәшеүҙең төп асҡыстарының береһе. Ә 1-се балалар баҡсаһы был юҫыҡта – алдынғылар рәтендә. Кескәйҙәр ҡатнашлығында театрлашты­рылған тамаша әҙерләү, ғәҙәти булмаған ысул менән һүрәт төшөрөү, әйберҙәр яһау – һәр сараны тәрбиәселәр, ата-әсәләр сағыу итеп ойоштора белә.
Инновацион белем биреүгә лә коллектив яуаплы ҡарай. Тәрбиәселәр ижад иткән “Һаумы, һабын һәм таҫтамал!”, “Тылсымлы һыу”, “Сәй”, “Ҡағыҙҙан ҡамыр эшләү” проекттарын дөйөм килешеү менән артабан эш процесында ҡулланырға тигән ҡарарға килгәндәр.
Балалар баҡсаһы райондың Мәҙәниәт һарайы, музыка мәктәбе, пионерҙар йорто менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Тәрбиә­ләнеү­селәр йыл һайын “Ҡырмыҫҡалы йондоҙ­соҡ­тары”, “Яҙғы тамсы”, “Тере классика”, “Яңғы­рауыҡ­лы үксә” кеүек конкурс-фес­тивалдәрҙә көсөн һынай, призлы урындар яулап баҡсаның данын бар республикаға таныта.


Вернуться назад