Ауылды – мәктәп, уҡыусыны тәртип биҙәй20.12.2014
Ауылды – мәктәп, уҡыусыны тәртип биҙәй Олокүл урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 544 бала уҡый. 52 уҡытыусы араһынан өсәү – Галина Черенева, Наталья Горустович, Альбина Фәхрисламова – “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” исемен алған. Мәктәптә йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, география фәндәрен төплө үҙләштереүгә баҫым яһала, уҡыусылар йыл һайын республика, ил кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яулай. Галина Череневаның хоҡуҡ буйынса биргән белем сифаты балаларҙың аҙаҡ киң танылған юғары уҡыу йорттары студенты булып китеүендә сағыла, физика уҡытыусыһы Нина Матвеева эстәткән ғилем дә егет һәм ҡыҙҙарға Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларын иңләргә ярҙам итә.

IX синыфтан Аделина Имаметдинова ла – Нина Валентиновнаның уҡыусыһы. Өс йыл рәттән Санкт-Петербург ҡалаһында физика буйынса VII – XI кластар өсөн үткәрелгән олимпиада-бәйгелә ҡатнаша, быйыл иһә еңеү яулап ҡайтҡан.
– Электрон почта аша конкурс хаҡында хат килгәс, уҡытыусым менән кәңәшләшеп, көсөмдө һынап ҡарарға булдыҡ. Ситтән тороп тәүге ике турҙы уңышлы үткәндән һуң, Калининград өлкәһендәге Гусев ҡалаһына бәйгенең 3-сө турына саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө, – ти тырыш ҡыҙ.
Баш ҡала булмаған ҡалаларҙағы уҡыусылар араһында үткәрелгән физика буйынса халыҡ-ара конкурстың финал этабына Аделина уҡытыусыһы Нина Валентиновна менән бергә юллана. Барлыҡ сығымдарҙы бәйгене ойошторған “GS Group” холдингы үҙе ҡаплаған.
– 2-се турҙы уңышлы үткән 40 уҡыусы Гусев ҡалаһының 3-сө мәктәбендә дүрт сәғәт дауамында мәсьәләләр систе, һөҙөмтәлә иң отҡор ун бәйгесе билдәләнде. Еңеүселәр исемлеге иғлан ителгәнсе ныҡ тулҡынландым, нимә уйларға ла белмәнем. Әммә Саранск ҡалаһынан килгән бер ҡыҙ менән бергә иң юғары балл йыйғаныбыҙҙы күргәс, барлыҡ ҡаушауым юҡҡа сыҡты, уҡытыусым менән бергә ҙур еңеү шатлығын кисерҙек, – тип ихлас йылмая Аделина. Халыҡ-ара физика бәйгеһенең еңеүселәре – Саранск, Таганрог, Силәбе ҡалаларынан, шулар араһында Олокүл мәктәбе уҡыусыһы, Башҡортостан ҡыҙы – Аделина Имаметдинова. Рәсәйҙең танылған уҡыу йорттары уҡытыусылары, профессорҙары менән осрашып, файҙалы кәңәштәр ишетеп, бүләккә заманса ноутбук, Маҡтау ҡағыҙы һәм “Триколор ТВ” ҡорамалы комплектын урынлаштырыу өсөн сертификат алып ҡыуанған ул.
Аделина, физика фәнен ныҡлап өйрәнеүҙән тыш, ҡурай уйнай, спорт менән шөғөлләнә, “Урал батыр” эпосын бер нисә телдә ятлаған. Ошо йүнәлештәрҙә, шулай уҡ “Ҡырмыҫҡалы йондоҙсоҡтары”, район спартакиадаһы, “Фәнгә аҙым”, “Илебеҙ тарихын бел”, инглиз теле буйынса “British Buldog” кеүек бәйгеләрҙә ҡатнашып, күп тапҡыр беренсе урын алыуға өлгәшә. Ҡыҙ киләсәктә газ, нефть өлкәһендә эшләү теләге менән яна, сөнки, уның фекеренсә, был юҫыҡтағы һөнәр эйәләренә ихтыяж һәр саҡ ҙур.


Вернуться назад