“Бәхет — мин ул!”03.02.2012
Ҡайһығыҙҙың ҡулы йылы?

“Ҡарауһыҙ балаларҙы ғаиләгә алыуҙың төрлө формалары барлығын беләбеҙ. Тик уларҙың араһындағы айырманы яҡшылап аңлап етмәйбеҙ. Беҙҙе сабыйҙы патронат тәрбиәгә алыу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Ата-әсә алдында торған бурыс һәм хоҡуҡтарҙы яҡшы күҙ алдына килтерһәк, бәлки, беҙ ҙә берәй етемде ғаиләбеҙгә һыйындырыр инек, законды белмәгәнгәме, әлегә ҡыйыулыҡ етеңкерәмәй.
Зариповтар ғаиләһе.
Хәйбулла районы”.


“Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиәһе тураһында”ғы Башҡортостан Законы бынан алты йыл элек ҡабул ителде. Шуға ҡәҙәр интернат тибындағы учреждениелар ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар опекаһының киң таралған формаһы булды.
Был мөһим Закон билдәле бер ваҡытта ғаиләне алмаштырған профессиональ тәрбиәселәр институтын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Баланың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау бурысы патронат тәрбиәсе, тәрбиәне ойошторған учреждение, опека һәм попечителлек органы араһында бүленә.
Бөгөн беҙ социаль патронат системаһын булдырыуҙың етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙар өсөн учреждениеға килеүсе төрлө йәштәге балалар ағымын кәметергә мөмкинлек бирҙе тип әйтә алабыҙ. Ошо категорияға ҡараған балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса норматив-хоҡуҡи база ойошторолдо һәм камиллашыуын дауам итә.
Патронат тәрбиәнең төп маҡсаты — ҡыҙ һәм малайҙарҙы тормошҡа әҙерләү, донъя көтөргә өйрәтеү, тәжрибә туплау. Тәрбиәнең был төрө йыш ҡына баланы опекаға биреүгә йәки уллыҡҡа алыуға илтеүсе юл булараҡ та файҙаланыла. Баланы ҡарауға даими рәүештә аҡса бүленә, ә патронат тәрбиәсегә эш хаҡы түләнә, һәм был осор хеҙмәт стажына индерелә.
Сабыйҙы ғаиләгә алыуҙың төп үҙенсәлектәрен ҡарап үтәйек. Опекаға йәки уллыҡҡа биреү статусына эйә булмаған баланы патронат тәрбиәгә бирергә мөмкин. Торлаҡ беркетелмәгән осраҡта 18 йәше тулған үҫмер фатир алырға хоҡуҡлы. Бала ата-әсәһе, туғандары менән бәйләнештә йәшәргә тейеш, осрашыу тәртибе яҡтарҙың килешеүе буйынса көйләнә.

Тәрбиәгә бала алырға теләүсе ата-әсә өсөн кәңәштәр

ТӘҮГЕ НӘСИХӘТ. Ваҡытығыҙҙы мөмкин тиклем күберәк бала менән бергә үткәрергә тырышығыҙ. Бер-береңә ышаныслы мөнәсәбәт тыуһын өсөн йылы хис-тойғоларҙы йәлләмәү, уларҙы күрһәтә белеү кәрәк. Бары тойғо һәм инстинкт аша ғына аңлашыу, аралашыу мөмкин. Һөйөү, шатлыҡ һирпелгән яҡты йөҙ һүҙҙәрҙән дә ҡиммәтерәк һәм һиммәтерәк. Сабыйҙы һөйләшергә өйрәтеүгә ҡарағанда күңелен аңларға тырышыу күпкә отошлораҡ. Әйтелгәндәрҙең барыһы ла ауыр тынғыһыҙ хеҙмәт.
Балалар — талапсан шәхес, улар һинең изгелегеңә изгелек менән яуап ҡайтарһын өсөн әсе тир сыҡҡансы, түҙемлегеңде йыйып эшләргә лә эшләргә әле. Уларҙың наҙға, ҡурсалауға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн көсөгөҙ, теләгегеҙ, сәләмәтлегегеҙ етерлекме? Бер уйға килгәнсе, ныҡлығығыҙҙы самалағыҙ, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫегеҙ, тимәксебеҙ.
ИКЕНСЕ НӘСИХӘТ. Бала менән мөнәсәбәтте яйлау, яҡынайтыуҙы берлектәге хеҙмәт итеп ҡарау мотлаҡ. Хатта яңы ғына донъяға килгән сабыйҙы ла яҙылмаған ап-аҡ ҡағыҙ бите менән сағыштырыу урынһыҙ. Ә бала һеҙгә формалашҡан холоҡ-фиғеле, нәҫелдән бирелгән сифаттары, аҙ ғына ғүмере эсендә кисергән фажиғәләре менән килә.
Әҙәм балаһын аслыҡтан икмәк, һыуыҡтан йылы кейем ҡотҡарһа, яңғыҙлыҡты еңеү өсөн физик бәйләнеш (әңгәмәләшеү, баштан һыйпау, иркәләү һәм яғымлы күҙ ҡарашы) ярҙамға килә.
ӨСӨНСӨ НӘСИХӘТ. Бала ҙурайған һайын был нәсихәттең әһәмиәте күтәрелә генә бара. Ата-әсәнең төп бурысы — ул йә ҡыҙығыҙҙың кисерештәрен аңларға, тойомларға өйрәнегеҙ, үҙегеҙҙең дә уның еңелеү көйөнөстәрен, уңышһыҙлыҡтарын уртаҡлашырға әҙер булыуығыҙҙы күрһәтегеҙ. Нәфрәт, көнләшеү йәки ҡурҡыу тойғоларының бер уға ғына хас булмағанын ваҡытында дөрөҫ аңлатыу мөһим.
ДҮРТЕНСЕ НӘСИХӘТ. Күпмелер ваҡыт үткәс, мәҫәлән, ярты йылдан һуң бала менән бәйләнештең яйланмауы һеҙҙе һағайтырға тейеш. Оҙаҡ уйланып тормайынса, опека һәм попечителлек органдарына, социаль учреждение етәкселәренә, психологтарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Баланы нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ — етешһеҙлектәре лә, уңыштары ла һеҙҙеке! Яҡшы яҡтарын күрергә, мөмкинлектәренә ышанырға кәрәк. Үҙегеҙҙе уның урынына ҡуйып ҡарау байтаҡ хаталарҙан арынырға ярҙам итер. Аҡыллы һүҙҙәр менән бер кемде лә тәрбиәләп булмай, бары шәхси эшең, тәртибең, һөйөүең генә уңышҡа килтерер.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.


Вернуться назад