Рәссамдар, һеҙҙе бәйге көтә20.12.2014
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы республикабыҙҙа Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проектын эшләүгә конкурс иғлан итте.

Әҙәбиәт йылын үткәреү тураһындағы Указға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 1 декабрҙә ҡул ҡуйғайны. Бәйгелә республика граждандары һәм ойошмалары ҡатнаша ала. Төп талап — юғары кимәлдәге художество мәҙәниәте һәм дизайнер сәнғәте, эмблеманың сағыулығы, үҙенсәлеклеге һәм заман талаптарына яуап биреүе. Эштәрҙе Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Яҙыусылар һәм Рәссамдар союздары, Милли китапхана һәм Милли әҙәбиәт музейы вәкилдәре баһалаясаҡ. Еңеүсегә 20 мең һумлыҡ бүләк тапшырыла.
Конкурс тураһындағы положение һәм ғариза өлгөһө Мәҙәниәт министрлығының http://minkult-rb.ru рәсми сайтында урынлаштырылған. Материалдар 2015 йылдың 15 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Телефон: (347) 280-87-70. Электрон почта: [email protected].



Вернуться назад