Нурлы бүләк20.12.2014
Нурлы бүләк Күркәм акция республикабыҙ райондары буйлап ышаныслы атлай. “Строймеханизация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Нур Тажетдиновтың 100 кешегә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырып, бүләк яһауы – быға асыҡ миҫал.

Нур Азамат улы сығышы менән Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылынан. Бөгөн төҙөлөш менән шөғөлләнә, уның объекттары республикала ғына түгел, күрше Силәбе, Ырымбур яҡтарында ла бар.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ Нур Тажетдинов, төбәктең рухи үҫешенә ҙур йоғонто яһап, үҙ эшселәренә, ауылдаштарына, күп балалы ғаиләләргә, ағинәйҙәргә, хеҙмәт ветерандарына хөрмәт йөҙөнән матур күстәнәс әҙерләне. Афарин!


Вернуться назад