Бурысыңды түлә20.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика ҡаҙнаһының һәм муниципаль берәмектәр бюджетының килем ҡеүәтен, һалым һәм һалым булмаған керемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.

Кәңәшмәлә инвестиция эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы саралары, уларҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр, шулай уҡ дәүләт унитар предприятиелары мөлкәтен файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республика башлығы билдәләүенсә, илдәге ҡатмарлы иҡтисади хәлгә һәм сәнәғәт предприятиеларының табышы кәмеүгә ҡарамаҫтан, бөтә социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәләсәк. Башҡортостан Президенты һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурысты кәметеү йәһәтенән эште әүҙемләштерергә саҡырҙы.
– Һалым буйынса 14-15 миллиард һум самаһы бурыс бар. Мөлкәттән һәм ерҙән килем алыу йәһәтенән дә етешһеҙлектәр күп. Эш хаҡын “конвертта” түләү сәбәпле, һалымдан ҡасыу мәсьәләһен күп тапҡыр тикшерҙек. Ҡайһы бер предприятиелар табышты йәшереү маҡсатында ҡулайлаштырыу менән шөғөлләнә, — тине төбәк башлығы.
Киләһе йылға бюджетта тигеҙлек һаҡлау өсөн, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, барлыҡ йәмғиәттең тырышлығы талап ителә. Ҙур инвесторҙарҙың республикабыҙға килеүе лә ҡаҙнаны тулыландырырға булышыр, моғайын. Инвестиция йәлеп итеү күләме буйынса Башҡортостан илдәге тәүге 15 төбәк иҫәбенә ышаныслы инә.
Быйыл 1 ноябргә ҡарата ҡаҙна системаһына һалымдар, йыйымдар, пенялар һәм штрафтар буйынса бурыстың дөйөм күләме 14,278 миллиард һум тәшкил иткән. Йыл башынан алып ул 879,6 миллион һумға (5,9 процентҡа) кәмегән.




Вернуться назад