Яуаплылыҡ көслө булғанда20.12.2014
Яуаплылыҡ  көслө булғанда Был аҙнала ил Президенты Владимир Путин унынсы тапҡыр Рәсәй һәм донъя журналис­тары менән осрашты. Сираттағы матбуғат конференцияһы айырыуса иғтибар үҙәгендә булды — һорауҙарҙың күпселеге сит илдәр менән мөнәсәбәттәргә, Украиналағы ваҡиғаларға, санкцияларға, илдең иҡтисади хәүефһеҙлегенә ҡағылды.

Иҡтисадтың үҫеше ҡотолғоһоҙ

Осрашыу йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барлауҙан башланды.
— Беренсенән, иң төп иҡтисади күрһәткес — эске тулайым продукт ун айҙа 0,7-0,6 процентҡа артты. Сауҙа балансының сальдоһы — 148,4 миллиард доллар, — тине Президент.
Ил башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, сәнәғәт етештереүе, уҙған йыл йомғаҡтары (ғинуар – октябрь) менән сағыштырғанда, 1,7 процентҡа артҡан. Эшһеҙлек кимәле лә түбән ҡала. Агросәнәғәт комплексының уңыштары көйлө — быйыл илдә рекордлы уңыш йыйып алынған. Иҡтисади ауырлыҡтарға ҡара­маҫтан, федераль бюджет профицит менән ҡабул ителә­сәк. Ә социаль өлкәләге иң ҙур ҡаҙаныштар, әлбиттә, демографик динамикаға бәйле — тыуым артҡан, үлем осраҡтары кәмегән. Владимир Путин Әсәлек капиталының, хеҙмәт хаҡының һәм пенсияның индексацияланыуы хаҡында ла һөйләне.
Артабан Президент ил­дең бөгөнгө иҡтисади торошона ҡағылышлы про­бле­маларға туҡталды. Уның фекеренсә, был – сетерекле мәсьәлә, тышҡы факторҙарҙан бигерәк, иҡтисадтың ваҡытында диверсификацияланмауына бәйле.
— Беҙ 2008 йылда файҙаланған алымдарҙы ҡуллан­маҡ­сыбыҙ. Ысынлап ярҙамға мохтаждарға иғтибар итеү зарур. Шулай уҡ социаль өлкәләге күрһәткестәрҙе һаҡлау шарт. Хәлдәр артабан да насар барһа, нимәнелер ҡыҫҡартырға тура киләсәк, әммә иҡтисадтың үҫеше ҡотолғоһоҙ. Тиҙлек кәмеһә лә, үҫеш һаҡланасаҡ, — тигән ышаныста Владимир Путин.

“Ҡара” дүшәмбе, Ҡырым, Украина...

Тәүге һорау валюта көрсөгөнә, “ҡара” дүшәмбегә ҡағылды.
— Бындай хәлдең күп тигәндә ике йылға һуҙылыуы мөмкин. Был, әлбиттә, мотлаҡ шулай буласаҡ тигән һүҙ түгел, ваҡиғаларҙың киләһе йылға уҡ ыңғайланып китеүе ихтимал. Дөйөм алғанда, Үҙәк банк та, Хөкүмәт тә айыҡ аҡыл менән эш итә, — тине ил башлығы.
Владимир Путиндың фекеренсә, Рәсәйҙең Үҙәк банкы төп ставканы ваҡытында күтәргән, бындай норма хәүефле осор дауа­мында һаҡланасаҡ һәм иҡтисад уға үҙе көйләнәсәк.
“Беренсе канал” вәкиленең һорауы ла ҡәтғи яңғыраны: “Бөгөнгө иҡтисади хәл — Ҡырым өсөн үс алыумы?” Путин ҡырҡа ҡаршы төштө.
— Был Ҡырым өсөн түгел, ә үҙ-үҙеңде һаҡлау теләге өсөн яза биреү. Берлин стенаһы емерелгәс, беҙ партнерҙарыбыҙға тулыһынса асылдыҡ. Һөҙөмтәлә нимә килеп сыҡты? Туранан-тура, аңлайһығыҙмы, туранан-тура Төньяҡ Кавказдағы терро­р­ға булышлыҡ күрһәтелде, — тине ил башлығы.
Ҡырымдан һуң һорауҙар Донбасста, Украинаның төньяҡ-көнсығышында барған ваҡиғаларға күсте. Журналистар нефть тармағына, валюта спекулянттарына ҡағылышлы, бензинға, аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыу проблемаларын да күтәрҙе.
Ҡытай мәғлүмәт агентлығынан Тяньфан Дай Синьхуам 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары нигеҙендә Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлеген киңәйтеү мөмкин­лектәре менән ҡыҙыҡһынды. Владимир Путин ШОС ойошмаһының даирәһе киңәйеүен һәм уға инергә теләк белдергән илдәр артыуын билдәләне.
Матбуғат конференцияһында «Башнефть» компанияһын хосусилаштырыуға арналған һорау ҙа яңғыраны. Ил Президенты әйтеүенсә, суд хосусилаштырыуҙың законлылығын шик аҫтына ҡуймай, ә мөлкәттең Рәсәй ҡарамағынан шәхси милеккә нисек тапшырылыуы тикшерелә.

Сәйәсәтебеҙ дөрөҫ

Һуңғы һорау йәнә иҡтисадҡа ҡағылды. “Һумдың осһоҙланыуы өсөн шәхси яуаплылыҡ тоймайһығыҙмы?” — тип һораны бер хәбәрсе.
— Илдә барған бөтә ваҡиғалар ҙа дәүләт башлығының яуаплылығына ҡайтып ҡала, бынан мин баш тартмайым һәм ситләшергә лә йыйынмайым. Был осраҡта Үҙәк банк, Хөкүмәт хеҙмәткәрҙәренең дә яуаплылыҡ тойғоһо юғары булырға тейеш. Эйе, хәлдәр еңелдән түгел. Әммә, дөйөм алғанда, Хөкүмәттең һәм Рәсәй Үҙәк банкының сәйәсәте дөрөҫ. Беҙ был ауыр хәлдән халыҡ-ара аренала үҙ позициябыҙҙы нығытып сығасаҡбыҙ. Шуны ла билдәләр инем: армияны, флотты яңынан ҡорал­ландырыу планы, шулай уҡ граждандарҙың социаль кимәлен күтәреү бурысы тормошҡа ашасаҡ, — тине Владимир Путин.

Бүләккә — ойоҡбаш

Матбуғат конферен­ция­һында Башҡортостан журналистары ла ҡатнашты. Теле­жур­налист Алина Сөләймәнова Владимир Путинға эсенә хат һалынған йылы ойоҡбаш бүләк итте. Ил башлығына бындай бүләкте Архангел районынан билдәле “Еҙем әбейҙәре”нең береһе Пелагея Швецова биреп ебәргән. Хатында иһә Пелагея Григорьевна ил башлығын киләһе йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына саҡырып ҡалған.




Вернуться назад