Ҡышҡы спорт төрҙәре аңлашыла: йылыраҡ итеп кейенәһең дә саф һауала көн үткәрәһең. Ә бына ошо һыуыҡта һыу керергә яратҡандар тураһында ни әйтерһегеҙ? Арағыҙҙа, бәлки, тәжрибәле “морж”дар ҙа барҙыр. Һәр хәлдә, был шөғөлгә ҡарата әле булһа бер яҡлы ғына фекер ишетеүе ауыр. Кемдер “морж”дарҙың ҡыҙыҡһыныуын аңлап ҡабул итә, икенселәр был спорт төрөнөң организмға саманан тыш көсөргәнеш килтереүен билдәләй. Ҡыҫҡаһы, нисә кеше — шунса фекер. Әммә беҙ һис кенә лә был спорт төрөн инҡар итергә теләмәйбеҙ. Киреһенсә, күңелең ята икән, рәхим ит! Иң мөһиме — ләззәт килтерһен, кәйефеңде күтәрһен, һаулығыңды нығытһын.Ҡышҡы селләлә һыу кереү Рәсәй халҡы өсөн ят күренеш түгел. Был ниндәйҙер кимәлдә Керәшен һыуыҡтары мәлендә үтәлгән йолаға ла бәйле. Унан һуң, күптәр тәнгә һәм йәнгә сихәт булһын өсөн дә шөғөлләнә.
Ҡышын һыу кереү күп илдәрҙә ғәҙәти күренеш һанала. Беҙҙә спорттың был төрө менән шөғөлләнгәндәрҙе “морж”, Америкала — “аҡ айыу”, Финляндияла “ҡама” тип йөрөтәләр. “Морж”ланыу бигерәк тә Ҡытайҙа киң таралған. Улар был шөғөлдәрен “аквайс” тип атай, йәғни “һыу” һәм “боҙ” тигәнде аңлата. Әйткәндәй, аквайс ҡытайҙарҙың милли спорт төрө һанала. Янь Сяньбин исемле милләттәштәре ошо спорт төрө буйынса хатта Гиннестың рекордтар китабына индерелгән — 67 минут дауамында боҙло һыуҙа ултырған. Донъя кимәлендә аквайс буйынса төрлө ярыштар ҙа ойошторола. Финляндияла, мәҫәлән, әлеге спорт төрө буйынса халыҡ-ара ҡағиҙәләр ҙә раҫланған. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр 25, 50 һәм 450 метр арауыҡҡа ярыша. Бер километр оҙонлоғонда марафон дистанциялары ла бар. Әлбиттә, бындай арауыҡҡа йөҙөргә күптәр йөрьәт итмәй.
Һуңғы йылдарҙа күптәр Керәшен һыуыҡтары осоронда тәнен, йәнен сафландырыу ниәтендә мәкегә төшә. Психологик күҙлектән сығып фекер йөрөткәндә бының, бәлки, ыңғай яҡтары ла барҙыр. Әммә медицина белгестәре бындай “батырлыҡты” шик аҫтына ҡуя. Әлбиттә, кеше “морж”ланыу менән даими шөғөлләнә икән, был – икенсе мәсьәлә. Әммә тота килеп, ҡыш уртаһында боҙло һыуға инеү организм өсөн үтә ҙур стресс тигән фекерҙә улар. Быны статистика ла дәлилләй. Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, нәҡ Керәшен һыуыҡтарынан һуң бөйөр сирҙәре менән яфаланыусылар арта.
Ғөмүмән, “морж”ланыу зыян түгел, ә файҙа килтерһен тиһәгеҙ, был спорт төрө менән даими шөғөлләнеү зарур. Ә онотҡанда бер ҡыш уртаһында һыу инеүҙең проблема тыуҙырыуы ғына ихтимал.