Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ, Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ20.12.2014
Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ, Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ Һыуыҡтар башланыу менән үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫ­тән йылыға тартылабыҙ. Кистәрен эҫе сәй эсеп, йылы юрған аҫтында ятыуы ҡайһылай рәхәт. Йыш ҡына хатта тышҡа сыҡҡы ла килмәй. Әммә бындай ялдың файҙаһы ла, фә­тү­әһе лә аҙ. Табиптар ҡышын күберәк саф һауала йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә. “Ҡышҡы спорт тәнде сыныҡ­тыра, кәйефте күтәрә, депрессиянан ҡото­лорға ярҙам итә”, — ти улар. Белгестәрҙең һүҙен йыҡмай, беҙ ҙә бөгөн гәзит уҡыусы­лары­быҙҙы ҡышҡы спорт төрҙәре, уларҙың файҙаһы менән таныштырмаҡсы булдыҡ. Ҡыш башланып ҡына тора. Кем белә, бәлки, ҡайһы берәүҙәр иртәгәнән саңғыға баҫыр, сәкән һуғырға сығып китер, конькиҙа шыуырға өйрәнер.

Саңғы

Саңғыла йөрөү “аэробик” көсөргәнешле спорт төрө­нә ҡарай, йәғни оҙаҡ ваҡыт дауамында бер туҡтауһыҙ хәрәкәтләнеү тигәнде аңлата. Бындай күнекмәләр сабырлыҡты, ныҡышмалыҡты ғына арттырып ҡалмай, ә бөтөн организмды эшкә егә, һауыҡтыра – йөрәк, ҡан-тамырҙары система­һының эше көйләнә, тын юлдары иркенәйә, иммунитет нығына. Бынан тыш, был спорт төрө ябығырға телә­гәндәргә лә файҙаға ғына: саңғыла йөрөгән кеше сәғәтенә яҡынса 500-600 килокалория яндыра, шу­лай уҡ арҡа, аяҡ, ҡул, ҡорһаҡ, янбаш, ултырыш мускулдары нығына. Табиптар фекеренсә, ҡышын үҙең­де формала тотоу өсөн аҙнаһына ике-өс тапҡыр 3-5 саҡрым саңғыла, бик булмаһа, йәйәү йөрөү ҙә етә.

Сноубординг

Ҡышын саңғыла ғына түгел, сноубордта ла шыуып, бына тигән итеп ял итергә, һаулығыңды нығытырға мөмкин. Әйткәндәй, был ҡышҡы спорт төрө һуңғы йылдарҙа ҙур популярлыҡ яулай бара. Әйтергә кәрәк, күптәр бындай “үҫеш”те уның организмға ыңғай йоғонтоһо менән аңлата. Сноубординг менән шөғөл­ләнгәндә айырыуса аяҡ, ултырыш, ҡорһаҡ һәм янбаш мускулдары көсөргәнештә ҡала, был иһә сәғәтенә 400 һәм унан да күберәк килокалориянан ҡотолорға булышлыҡ итә. Бынан тыш, сноубординг вестибуляр аппаратты нығыта, тын юлдары система­һының эшен көйләй, шулай уҡ ҡанды кислород менән байыта. Сноубордингтың тағы бер ыңғай яғын билдәләп үтергә кәрәк: ул “көслө” хис-тойғолар, адреналин бүләк итәсәк. Был иһә үҙ сиратында психик сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итә. Ғөмүмән, организмығыҙға файҙа булһын тиһәгеҙ, сноубординг менән аҙнаһына бер-ике тапҡыр, кәм тигәндә бер сәғәт шөғөлләнеү кәңәш ителә.

Коньки

Конькиҙа шыуыуҙың файҙаһы менән ҡыҙыҡ­һыныу­сыларға алдан уҡ шуны еткерәйек: был спорт төрө һығылмалылыҡты, тиҙлекте, таһыллыҡты сыныҡтыра, тигеҙләнеште тоторға өйрәтә. Конькиҙа йүгереүсе­ләрҙең, ғәҙәттә, билдән аҫҡы мускулдары бик үҫешкән була, ә фигуралы шыуыу менән шөғөлләнгән спортсы­ларҙың һауаға сөйөү, төрлө трюктар арҡаһында, “өҫкө” яҡтары көслөрәк. Бынан тыш, боҙҙа даими шыуыу сәләмәтлекте нығыта, тонус­ты күтәрә, организм төрлө инфекцияларға ҡаршы әүҙемерәк көрәшә. Конькиҙа шыуғанда күпләп эндорфин — бәхет гормоны бүленеп сыға. Һөҙөмтәлә кәйеф яҡшыра, депрессия, стресс кеүек төшөнсәләр онотола. Был спорт төрө менән даими шөғөлләнгәндә, зифа буй-һын хыял түгел, ә ысынбарлыҡҡа әүереләсәк, ти табиптар. Сөнки “тимер ат”тар сәғәтенә 400–500 килокалорияны яндырырға булышлыҡ итә, аяҡ, ултырыш, янбаш мускулдарын нығыта. Тонусты күтәреү өсөн аҙнаһына ике-өс тапҡыр конькиҙа шыуығыҙ.
Хоккей

Ни генә тиһәләр ҙә, хоккей, ниндәйҙер кимәлдә, агрессив спорт төрө һанала. Шулай ҙа был спорт төрөн бар күңелең менән ҡабул иткәндә, уның хәүефле булыуына ҡарағанда, файҙаһы өҫтөнлөк ала. Күнекмәләр мәлендә организм тулыһынса эшкә “егелә” — ҡул, аяҡ, ҡорһаҡ, арҡа мускулдары шуға көйләнә. Хоккейҙың вестибуляр һәм хәрәкәтләнеү аппараттарына ла йоғонтоһо ҙур, иммунитетты арттыра. Был командалы спорт төрө холоҡто ла сыныҡтыра. Ныҡышмалылыҡ, сабырлыҡ, таһыллыҡ һәм тиҙлек кеүек төшөнсәләр тәрбиәләнә. Тулы ҡәнәғәтлек кисерергә теләһәгеҙ, аҙнаһына бер-ике тапҡыр булһа ла сәкән һуғығыҙ.

Сана

Сана шыуыуҙы балалыҡ уйыны тип ҡабул иткәндәр ҡырҡа яңылыша. Был спорт төрө кәйефкә лә, һаулыҡҡа ла бик яҡшы тәьҫир итә икән. Баҡтиһәң, тауҙан шыуып төшкәндә һәм үргә сананы һөйрәп менгәндә организм уртаса кардиокөсөргәнеш кисерә. Һөҙөмтәлә йөрәк мускулдары нығына, ҡан баҫымы көйләнә. Бынан тыш, санала шыуыу — ысын мәғәнәһендә депрессияға ҡаршы алым.


Вернуться назад