Беҙҙә сит балалар юҡ03.02.2012
Беҙҙә сит балалар юҡАта-әсә наҙына, өй йылыһына, яҡшы мөнәсәбәткә һыуһаған сабыйҙарҙы күреп һаман да йән өшөй, күңел һыҙлана. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ҡарауһыҙ сабыйҙар яҙмышына битараф булмауын редакцияға килгән хаттарҙан, шылтыратыуҙарҙан яҡшы тоябыҙ. Араларында етемдәрҙе наҙлы ҡосаҡтарына алып, уларҙы бәхетле, аталы-әсәле итеп, йәмғиәткә кәрәкле, файҙалы шәхес тәрбиәләргә хыялланғандары ла етерлек. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған, батыр йөрәкле, шәфҡәтле, сабыр атай һәм әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ, ысын күңелдән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
“Башҡортостан”дың мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә. Бөгөн һеҙҙе Бүздәк балалар йортонда тәрбиәләнеүсе, яҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж сабыйҙар
менән таныштырабыҙ.
РУСАЛИМ 2004 йылдың май айында яҡты донъяға килгән. Бик теремек, аралашыусан малай, күп һөйләргә ярата. Кәйефе булмаһа, үҙ эсенә бикләнә. Күңеле күтәрелһә, унан да яғымлы, илгәҙәк бала юҡтыр кеүек. Тиҫтерҙәре менән һәр яҡлап та уҙышырға, бирешмәҫкә, тәнҡитте ҡабул итмәҫкә тырыша. Уҡыуға етди ҡарамай, ҡушҡанды йәһәт кенә үтәп бармай, йыш ҡабатлағанды көтә. Мөкиббән китеп уйнай, әммә уйын ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, шул арҡала йәштәштәре менән ыҙғышып та ҡуя. Балсыҡ йәки пластилиндан төрлө әйберҙәр әүәләп яһарға ярата, һүрәт төшөрөү, аппликация эшләү менән шөғөлләнә.
РАДМИР 2004 йылдың апрель айында тыуған. Үтә хәрәкәтсән, аралашыусан малай. Һәр кем менән яҡшы мөнәсәбәт булдыра белә, йәмәғәт эштәрендә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ҡушылған эшкә яуаплы ҡарай. Компьютер менән мауыға, конструкторҙа нимәләр генә яһамай!
ВЕРОНИКА 2003 йылдың февраль айында донъяға килгән. Һәр яҡлап та тырыш, булдыҡлы ҡыҙ. Башҡалар менән һәйбәт мөнәсәбәт урынлаштыра, араларҙы көйләй белә. Уның тураһында тәрбиәселәр бары яҡшы фекерҙә: “Йыйнаҡ, изгелекле, хис-тойғоға бай, ҡыйыу ул беҙҙең Вероника”, — тиҙәр. Ҡул эшенә лә оҫта икән. Ололарға ла, кеселәргә лә хөрмәт менән ҡарай.
МАРАТҠА быйыл июнь айында туғыҙ йәш тула. Яҡшы ишетә, һәр әйткән һүҙҙе аңлай, әммә сәләмәтлегендә кәмселек булыу сәбәпле, өндәрҙе асыҡ әйтә алмай. Һүрәт төшөрөргә, компьютер уйындары уйнарға, музыка тыңларға ярата. Марат менән шәхси шөғөлләнеү талап ителә.
МАКСИМҒА йәй 11 йәш тула. Тормош һөйөүсән, ихлас күңелле малайҙы яратмаған кеше юҡтыр. Тиҫтерҙәрен бер усҡа йыйып, төрлө сараларға йәлеп итеүсе лә, яҡшы ойоштороусы ла ул. Иғтибарлы, һиҙгер булыуы менән хатта өлкәндәрҙе лә хайран ҡалдыра. Ололарға ихтирамлы, йөҙөнән һәр саҡ нур, яғымлылыҡ бөркөлгән Максим тәнҡитте лә күтәрә белә, хаталарын ваҡытында төҙәтергә тырыша. Ҡыҙыҡһынған шөғөлө — компьютер технологиялары.
Бүздәк балалар йортоноң телефоны: 8 (347) 73-262-49.


Вернуться назад