Баҡсала — боҙ майҙансыҡ20.12.2014
Баҡсала —  боҙ майҙансыҡ Бөгөн конькиҙа шыуырға теләгәндәргә каток юҡ­лыҡ­ҡа һылтанып ултыраһы түгел. Баҡсағыҙҙа йә булмаһа ауылдаштарығыҙ менән берлектә мәктәп биләмәһендәге майҙансыҡта бер нисә көн эсендә шыуғалаҡ эшләп ҡуйырға мөмкин. Бер аҙ ваҡыты­ғыҙҙы сарыф итерһегеҙ, уның ҡарауы, ҡыш буйы рәхәтләнеп конькиҙа шыуырһығыҙ. Әммә шуны ла билдәләп үтеү кәрәк: катокты баҡсағыҙҙа эшләй ҡалһағыҙ, йортоғоҙға яҡын урынды һайламағыҙ. Яҙын, боҙо иреп, өй баҙына һыу сығыуы ихтимал. Һырғалаҡ өсөн унға ун метр майҙан ҡулай һанала. Әлбиттә, күп халыҡ йөрөмәле итеп ҡойорға теләһәгеҙ, ҙурыраҡ итергә тура киләсәк.

Эште нимәнән башларға?

Эш өсөн әллә ни баш китерлек ҡорамалдар ҙа кәрәкмәй: һыу һибергә шланг, сүкеш, дрель, рулетка, көрәк булһа, еткән. Көндөң һалҡын тороуы шарт. Юҡһа, һырғалаҡтың өҫтө епшек ҡаласаҡ. Иң һәйбәте — катокты 20-22 градус һыуыҡта ҡойоу.
Тәүҙә каток буласаҡ ер өҫтөн тигеҙләйбеҙ. Нигеҙенә брезент йәйһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Боҙ ҡатламдарын “ҡойоу” 4-5 сәғәткә, хатта унан да күберәк ваҡытҡа һуҙылыуы мөмкин. Һыуҙы ағыҙабыҙ ҙа туңғанын бер аҙ көтөп торабыҙ. Яңы ғына хасил булған боҙлауыҡ өҫтөнә йәнә һыу ҡоябыҙ. Һәм шулай бер нисә тапҡыр. Ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ, сабырһыҙланмағыҙ. Боҙ ни тиклем ҡалын булһа, һуңынан конькиҙа шыуыуы ла еңел буласаҡ. Яҙын да һырғалағығыҙ тәү ҡояш нурҙарына бирешеп бармаҫ. Өҫкө ҡатламы ирегән хәлдә лә, әллә күпме хеҙмәт итер әле ул.
Әйткәндәй, катокты ҡоя башлағанда, һыуҙы махсус тултырмағыҙ. Шлангығыҙҙы, һыу баҫымын әллә ни ҙур итмәй генә, майҙансыҡтың мөйөшөнә һалып ҡуйығыҙ. Һыу үҙ юлын таба ул.
Хәҙер инде майҙансыҡты кәртәләп алһаҡ та була. Ағас таҡталарҙан борттар эшләп ҡуйһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Был балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн дә кәрәк, сәкән һуға ҡалһалар, шайба сығып осмаҫҡа ла шәп.

Күпме ваҡыт кәрәк?

Каток, һауа торошона ҡарап, бер аҙна эсендә әҙер була. Һырғалаҡтың өҫтө яйлап, үҙ яйына ҡатырға тейеш. Боҙ өҫтән аҫҡа ҡарай түгел, ә аҫтан өҫкә туңһын. Юҡһа, ул тиҙ ярыласаҡ, ваҡланасаҡ.


Вернуться назад