Һөнәрме, ижадмы, әллә йәшәү рәүешеме?20.12.2014
Һөнәрме, ижадмы,  әллә йәшәү рәүешеме? Төрлө быуын вәкилдәре менән, уларҙың дәрәжәһенә һәм йәшенә ҡарамай, уртаҡ тел табыу, сәстәренә сал төшкән аҡһаҡалдар араһында ла, йәштәштәре менән дә, күпкә кесерәктәр янында ла үҙ кеше булыу күптәргә бирелмәй. Ябай оператив хеҙмәткәрҙән алып барлыҡ вазифа баҫҡыстарын үткән һәм 35 йыллыҡ хәрби эшмәкәрлеген Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары булып тамамлаған Рәйеф РАПАЕВ – нәҡ шундайҙарҙан.

— Тормош юлым уңышлы минең, — ти етенсе тиҫтәһен ваҡлаған хәрби хеҙмәт ветераны. — Һәр ваҡыт йәмғиәткә кәрәкле эш менән шөғөлләндем, үҙемә йөкмә­телгән бурысты еренә еткереп үтәргә тырыштым. Баш­ҡалар артына ышыҡ­ланыу­ҙың, кенә тотоуҙың нимә икәнен дә белмәнем. Һөнәрҙәштәремә, хеҙмәт буйынса ара­лаш­ҡандарға гелән ыңғай ҡарашта булдым, нәтижәлә күп йылдар барышында уларҙың тик йылы хистәрен тоям. Ғүмеремдә яҡшы кешеләр күберәк осраны...
Үҙендәге был сифаттарҙың тәү сиратта ата-әсәһенән бирелгәнлеген айырым бил­дә­ләй бөгөн дүрт ейәнгә олатай булған Рәйеф Әхмәт улы. Шул уҡ ваҡытта именлек орган­дарындағы хеҙмәтенең дә күп яҡлы тәрбиә мәктәбе булғанын оло ғорурлыҡ һәм ихтирам менән бәйән итә.
— КГБ-ның махсус уҡыу йорттарында беҙгә тәрән мәғәнәле бер һорау бирәләр ине, — тип хәтерләй отставкалағы полковник. – Чекист ул – һөнәрме, ижадмы, әллә йәшәү рәүешеме? Үтелгән ғүмеремде барлап сығам да, кинәйәләп әйткәндә, ул үҙе был һорауға яуаптыр тигән һығымта яһайым...
Ысынлап та, Рәйеф ағай бар булмышын хәрби хеҙмәткә арнаған. Бер ҙә еңелдән булмаған көндәлек эше өс тиҫтә ярым йыл эсендә тотошлайы менән уның тормош рәүе­шенә әүерелгән. “Контрраз­ведканың почетлы хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булыуы ғына ла – бының асыҡ миҫалы. Төрлө быуын чекис­тары өсөн ҡәҙерле һәм ихтирамлы бүләккә килтергән ғүмер һәм хеҙмәт юлда­рының һикәлтәләре Рәйеф Әхмәт улы­ның үҙенә генә билдәле. Әлбиттә, улар ха­ҡында ярты быуатҡа яҡын ныҡлы терәге булған һөйөклө ҡатыны Әлфирә Кәшфи ҡыҙы ла күпте әйтә ала. Йәшлек йылдарында әле­гә маҡтанырлыҡ дәрәжәһе лә булмаған ябай хәрби хеҙмәткәр менән яҙмышын бәйләргә тәүәккәлләгән ҡыҙ, бәлки, алда торған ҡы­йын­лыҡтарҙы тулы кимәлдә күҙ алдына ла кил­термәгәндер. Шулай тиҫтә йылдар буйы бө­төн көндәлек донъя мәшәҡәттәрен үҙ иңенә алып, һәр таңда ирен уңыштар теләп эшкә оҙатҡан, ныҡ һуңлап ҡайтҡанында ла яҡты сырайы һәм йылы аш-һыуы менән ҡаршылаған, балаларын ҡа­рап-тәрбиәләүҙе бөтөнләй тиерлек үҙ өҫтөнә алған еңгәйгә Рәйеф ағай мең-мең рәхмәтле. “Ысын офицер ҡатыны”, — ти уның тураһында.
Махсус хеҙмәттәрҙең һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив эш­мәкәрлеге матур әҙәбиәттә һәм кино­ларҙа мауыҡ­тырғыс итеп һүрәтләнә. Ә бына кәрәкле һөҙөмтәләрҙең күпме тырышлыҡ талап иткәнен оператив хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре генә белә. Ошо эштең иң ябайынан башлап, йылдар барышында оло тәжрибә туплаған Рапаев, вазифа баҫҡыстарынан ыша­ныслы аҙымдар менән күтәре­леп, бүлексә һәм бүлек башлығы була, республика кимәлендәге етәксегә тиклем үҫә.
Был арауыҡта Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитетының Мәлә­үез ҡалаһын­дағы бүлексәһендә оперуполномоченный, һуңынан 13 йыл буйы уның етәксеһе булған дәүерҙе ул бигерәк тә һағынып хәтерләй. Хәләл ефете Әлфирә апай һәм яңы ғына донъяға килгән тәүге ҡыҙҙары менән үҙаллы тормоштарын бында башлай Рәйеф ағай. Һуңыраҡ һөйгәне икен­сегә ҡыҙ бүләк итә. Былар — ысын мәғә­нәһендә мәңге онотолмаҫлыҡ йәшлек осоро.
— Алда әйткәнемсә, ғүмеремдә күп яҡ­шы кешеләр осраны, — тип дауам итә ветеран. – Төрлө йылдарҙа яуаплы ва­зи­фалар биләгән партияның Мәләүез ҡала комитетының беренсе секретары Әҙһәм Шәрәфетдинов, ра­йон Советы рә­йесе һәм район хакимиәте башлығы Ша­мил Вахитов, прокурор Рәмил Исҡужин кеүек республиканан ситтә лә киң билдәле булған шәхестәр менән бергә эшлә­үе еңел ине...
Әүҙем эшмәкәрлектән башҡа үҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәгән чекист Рапаев хәрби хеҙмәтен тамамлағас та тик ятмай. Өс йыл дәүерендә Һамар ҡала хакимиәте баш­лығының урынбаҫары булып эшләп ала, шунан Өфөгә ҡайтып, төҙөлөш ойошмаһында яуаплы вазифа биләй. Бөгөн ул баш ҡала янындағы бер ҡасабалағы үҙ йортонда Әлфи­рә апай менән һәүетемсә генә ғүмер кисерә. Кө­сөргәнешле хәрби хеҙмәте арҡаһында хәләл ефетенә һәм ҡыҙҙарына үҙ ваҡытында тулыһынса биреп өлгөрмәгән йылы хистәрен хөрмәтле олатайҙарына бар яҡтан да оҡшар­ға ынтылған ейәндә­ренә өләшә. Тыу­ған ҡалаһы Октябрьский яҡтарына ла, Мәләүез тарафтарына ла ара-тирә сәфәр яһап, бала саҡ һәм йәшлек йылдары сәхифәләрен яңыр­тып ала. Дәүләт именлеге органда­рындағы һөнәр­ҙәш­тәре менән даими осрашып-күре­шеү­ҙәр ҙә ветеран күңелен күтәреп ебәрә. Йән тыныслығынан, яҡындары йылыһынан башҡа тағы ни кәрәк инде кешегә?!



Вернуться назад