Тарихи урын йәмләнәсәк19.12.2014
(Ә. Бикбулатова, “Шәхесте мыҫҡыл итеүме был?”,
2014 йыл, 18 ноябрь)
Гәзиттең 5 декабрь һанында белдерелеүенсә, Матбуғат йорто алдындағы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле янынан сүп-сар һауыты алынды. Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан өҫтәп хәбәр итеүҙәренсә, быйыл көҙ ошо уҡ ерҙәге йылылыҡ трассаһын ремонтлаған “СТЭРС” ойошмаһы киләһе йыл яҙ һәйкәл нигеҙендәге йөҙләү ташын да йүнәтәсәк. Тимәк, баш ҡалабыҙҙың тарихи урындарының береһе киләсәктә лә тирә-яҡты йәмләп торасағына өмөт бар.
“Дуҫ”тан абай булығыҙ!
(Кәримә Усманова, “Эт кешегә дуҫмы, дошманмы?”, 2014 йыл, 29 октябрь)
Сибайҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы мәҡәләгә яуап хатында ҡала ветеринария станцияһының хужаһыҙ эттәргә ҡаршы даими эш алып барылыуы тураһында яҙа. Идаралыҡтың ҡорамал, транспорт һәм берәҙәк хайуандарҙы юҡ итеү өсөн төрлө кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгәне хаҡында ла мәғлүм. Йыл башынан үткәрелгән рейдтар һөҙөмтәһендә 904 эт атылған. Халыҡ берәҙәк йорт хайуандары мәсьәләһе буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына хәбәр иткән осраҡта, мөрәжәғәт тиҙ арала сара күреү өсөн ҡала ветеринария станцияһына еткерелә. Шул уҡ ваҡытта эттән барыбыҙ ҙа һәр саҡ абай булырға тейешбеҙ.
Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА әҙерләне.