Юрист кәңәштәре19.12.2014
Нисек түләргә?

Бөтәбеҙҙе лә күп фатир­лы йорт өсөн тәғәйенләнгән электр счетчигы күрһәткес­тәре буйынса аҡса түләргә мәжбүр итәләр. Был осраҡ­та хаҡ квадрат метрға ҡа­рап алынамы, әллә йән ба­шы­на иҫәпләнәме? Торлаҡ тураһындағы закондарҙа был хәл нисек аңлатыла?

Д. ИЛЬЯСОВА.

Белорет ҡалаһы.

Рәсәй Хөкүмәте 2006 йылдың 13 авгусында раҫлаған “Күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте ҡарау ҡағиҙәләре”нең 7-се пунктына ярашлы, коллектив өсөн тәғәйенләнгән дөйөм торлаҡта электр энергияһын иҫәпләү приборы күп фатирлы йорттоң мөл­кәте тип иҫәпләнә. Өлөш хоҡуғы нигеҙендә тотош йорт мөлкәте фатир милекселәренеке тип һа­нала. Рәсәй Торлаҡ ко­дексының 39-сы статьяһына яраш­лы, уны ҡараусы милек­се­ләр түләй. Ти­мәк, счетчик күр­һәткесенә яраш­лы, электр энер­гияһы өсөн аҡса һәр фатир­ҙың майҙанына бәйле түләнергә тейеш. Бынан тыш, милекселәр, дөйөм йыйылыш үткәреп, иҫәп­ләүҙең башҡа юлын да таба ала. Йыйылыш протоколын үҙе­геҙ түләргә тейешле идара компа­ния­һына тапшырыр­ға кәрәк.

Паспорт
урынына –
танытма

Яңыртыу өсөн паспортым­ды миграция хеҙмәтенә тапшырҙым. Әгәр ҡайҙалыр, мәҫәлән, икенсе ҡалаға барып ҡайтырға кәрәк булһа, юлға билетты водитель танытмаһы буйынса һатып алырға мөмкинме?

Динислам.
Өфө ҡалаһы.

Эйе, шәхесегеҙҙе раҫлаған, фотографияғыҙ булған документ менән билет һатып алырға мөм­кин. Водитель танытмаһы­нан тыш, сит ил паспорты, хәрби би­лет та ярай. Бынан тыш, паспорт өҫтәлендә ваҡытлыса шә­хес таныҡлығы бирергә те­йеш­тәр. Унда тимер юлсылар менән аңлашылмаусанлыҡ ки­леп сыҡ­ма­һын өсөн фотография йәбеш­тереү хәйерле.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.


Вернуться назад