Ярай әле, күҙ йәштәре төҫһөҙ...03.02.2012
Ярай әле, күҙ йәштәре төҫһөҙ...Бының кеүек ғибрәтле хәлдәрҙе көн дә үҙәк телевидениенан Андрей Малаховтың “Һөйләһендәр әйҙә” тапшырыуы аша күреп торабыҙ. Шулай ҙа башҡорт ҡыҙы Инганың һөйләгәндәрен ишеткәс, тәндәребеҙ эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Китсәле, булмаҫ, тинем башта ышанмай. Аҙаҡ күҙ йәштәренә төйөлгән ҡатын документтарын да күрһәткәс, шикләнеүгә урын ҡалманы.
Башҡорт милләте өсөн сәйерерәк исем ҡушҡандар был һомғол буйлы, мөләйем ханымға. Әле саҡ егерме алтыһы тулып килгән ҡатын ике бала әсәһе булып сыҡты. Ә ҡарап тороуға бала ғына...
Инга Ауырғазы районы ауылдарының береһендә йәшәгән өләсәһе ҡулында үҫкән. Атаһы — Кинжатай атлы ҡаҙаҡ егете. Тәү ҡабат күргәндә үк уны ҡаҙаҡ милләтенәндер тип уйлап ҡуйғайным, яңылышмағанмын икән. Мәгәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Инга өсөн атай йортонда урын табылмаған. Шуға күрә лә әсәһе, уны Башҡортостанға алып ҡайтып, етенсе тиҫтәһе менән барған өләсәһе ҡулына ҡалдырып киткән.
Ишембайҙағы 1-се мәктәп-интернатын тамамлаған ҡыҙ, 65-се һөнәрселек училищеһында һатыусылыҡҡа уҡып, ҡулына документ алғас, Себер тарафтарына юллана, Ноябрьск ҡалаһына килеп төпләнә. Ошонда Ҡаф тауҙары аръяғынан килгән, сиртһәң, ҡаны сығырҙай әҙәмдең магазинында һатыусы булып эшләй башлай.
— Шунда бер урыҫ эргәмә килеп йөрөй башланы. — Инга һөйләгән саҡта уның эске кисерештәрен аңлап булмай. Ҡайғырамы ул, шатланамы, битенең бер генә мускулы ла һелкенмәй. Күҙҙәрендә генә тәрән һағыш ята, уны ла бары тик иғтибарлы кеше генә шәйләй ала. — Минән егерме ике йәшкә оло кешенең был ҡылығы башта бөтөнләй оҡшаманы. Етмәһә, үҙенең ғаиләһе, мине ҡыуып үҫеп килгән ике улы бар. Был турала әйткәнем дә булды, ләкин артымдан бер тотам да ҡалмай бит. Күстәнәстәрен дә йәлләмәй, килгән һайын ҡулында матур раузалар, ҡиммәтле бүләктәр...
Шул рәүешле ике-өс ай йөрөгәс, Володя миңә тәҡдим яһаны. “Бик ныҡ оҡшайһың. Артабанғы тормошомдо һинән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым”, — тип эс-бауырыма инә был. Уның татлы теленә, наҙлы һүҙҙәренә әллә ниндәй таш бәғер ҙә ирер ине, валлаһи. Мин дә бирештем, бала саҡтан үҙ йорто булмаған кеше өсөн күп кәрәкме ни, уның Стәрлелә айырым фатиры булыуы ла әсир иткәндер, күрәһең. Кейәүгә сыҡһам, йәнәһе, үҙ мөйөшөм була.
ЗАГС-ҡа барып, туй үткәргәс, матур ғына йәшәп китә Инга менән Владимир. Ир, ысынлап та, тәүге мәлдә йәш кәләше өсөн өҙөлөп тора. Өрмәгән ергә ултыртмай, алмаған әйберен ҡалдырмай. Инганы баштан-аяҡ затлы кейемгә, алтын-көмөшкә күмә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик хәстәрлекле, йомарт Володя ҡыҙҙың күңелен яулай.
Владимирҙың, ысынлап та, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике бүлмәле фатиры була. Унан тыш, Мәскәүҙә бүлмәһе барлығы ла асыҡлана.
— Башҡортостанда йәшәгән урыҫтарҙың да, татарҙарҙың да, башҡа милләт вәкилдәренең дә Рәсәйҙең үҙәк өлкәләрендә, күрше республикаларҙа туған-тыумасаһы етерлек. Беҙҙең генә Уралыбыҙҙан башҡа барып һыйыныр урыныбыҙ юҡ. Мин бының шулай икәнен Володя менән йәшәй башлағас яҡшы аңланым.
Тәүге ҡатыны килеп, янъял ҡуптарып йөрөһә лә, Владимир һөйгәненә бер ҡасан да һүҙ тейҙертмәй. Бер-бер артлы улы менән ҡыҙы тыуғас, ул тағы ла нығыраҡ илгәҙәкләнеп китә. Берҙән-бер көндө бәхетле минуттарҙың аҙағы булыр тип башына ла индермәй Инга.
— Әллә күҙ тейҙе, әллә, тфү-тфү, сихырланылар инде, Володя ҡапыл ғына танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе лә ҡуйҙы, — тип ҡатын өҙөлөп ҡалған һүҙен ялғап алып китте. — Быға ҡәҙәре ырым, өшкөрөү-төкөрөүгә бөтөнләй иғтибар бирмәй торғайным. Владимирҙың холоҡһоҙланғанын күреп, ышана ла башланым шикелле.
Тәүге ғаиләһенән киткәс, беҙ Ноябрьскиҙа ваҡытлыса фатирҙа йәшәнек. Володя төҙөлөш ойошмаһында мастер булып эшләй ине. Эсеп ҡайтҡылай торғайны. Эсенә “йәшел йылан” инеп оялаһа, тағы ла нығыраҡ йомартланып китә. Балаларға ла, миңә лә йәнебеҙ теләгәнде алып ҡайта. Торараҡ был сифаттары юҡҡа сыҡты, мин-минлеге өҫкә ҡалҡа башланы.
Ирҙең был холҡона бер аҙҙан көнләшеү, яуызлыҡ кеүек сифаттар ҙа өҫтәлеп китә. Ул хәҙер йәш кәләшен телеграф бағанаһынан да көнләшә башлай. Шул сәбәпле быға тиклем аралашып, кәйеф-сафа ҡороп йөрөгән дуҫ-иштәре, яҡындары менән аралар өҙөлә. Йомартлыҡ, итәғәтлек тә юҡҡа сыға. Бер ниҙән дә риза булмаған ғаилә башлығының тос йоҙроғо Инганың күҙ төптәрен дә “биҙәй” башлай. Атай ҡамсыһы йыш ҡына балаларҙың арҡа буйҙарын яндырып үтә.
Бындай ғазаптарҙы күтәрә алмаған Инга, сабыйҙарын ҡосаҡлап, Башҡортостанға юллана. Ауылдағы өләсәй йортона һыйынып, күңеленә тынғылыҡ эҙләй. Хәҙер инде бөтөнләй юлдан яҙған, аҙған Владимир бында ла тынғылыҡ бирмәй ғаиләһенә. Байтаҡ яфа күрһәткәндән һуң, бер ваҡыт Инганың өйҙә юҡлығынан файҙаланып, ике балаһын алып, ҡайҙалыр сығып олаға.
Баҡтиһәң, был ваҡытта ул Стәрлетамаҡтағы фатирын Владимир өлкәһенең Муром ҡалаһындағы йортҡа алыштырған икән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ярҙамы менән балаларын таба ҡатын, ләкин сабыйҙарҙы әсәләренә биреүгә ҡырҡа ҡаршы төшә атай кеше. “Мин бит уны ҡыумайым, йәшәһен ул да ошонда”, — тип социаль хеҙмәткәрҙәрҙе лә, ҡатынды ла күндерә. Әммә холоҡ ҡына үҙгәрмәй, Инга өсөн йәнә тамуҡ ғазаптары башлана. Мең төрлө һынау, кәмһетелеүҙәр, мыҫҡыл ителеүҙәр аша үтеп, паспортын көс-хәл менән ҡулға төшөрөп, тағы ла Башҡортостанға юллана.
Ләкин яуыз атайҙары ҡулында ҡалған сабыйҙары өсөн борсолған әсәнең түҙемлеге оҙаҡҡа етәме һуң? Ул яңынан Муромға барырға, балаларын алырға ҡарар итә. Әмәлгә ҡалғандай, иренән һөйөү тулы һүҙҙәр яҙылған хат та килеп төшә. Ул ҡылыҡтары өсөн ныҡ үкенеүе, хәҙер барыһын да күңеленән үткәреп, тәүбәгә килеүе хаҡында яҙа.
— Уның шул тиклем бысраҡлыҡҡа барырын белһәм, аяғымды баҫмаған булыр инем, — тип һыҡтай Инга, күҙ йәштәренә быуылып. — Башта ул миңә утыҙ бүлектән торған документҡа ҡул ҡуйырға ҡушты. Унда иртәнге сәғәт етенән йоҡлап киткәнгә ҡәҙәр минең нимәләр эшләргә тейешлегем теҙелеп киткән. Был ҡағыҙға ҡул ҡуйыуҙан баш тартҡас, ул мине балаларым алдында йыртҡыстарса мыҫҡыл итте һәм, сәсемдән һөйрәп, урамға сығарып ырғытты.
“Баш командующий” (документта шулай яҙылған. — Авт.) Владимир Васильевичтың имзаһы ҡуйылған был ҡағыҙҙы ҡулыма алып уҡыуҙан тәндәр зымбырҙаны, йөрәк тынғыһыҙлап йыш-йыш тибә башланы. Кеше һөйләһә, ышанмаҫ та инем, ирмен тигән ирҙең хәләл ефетен кәмһетеп, һәр йәшәгән минутын тәфсирләп яҙыуы көлкө лә, нәфрәт тә тыуҙырҙы.
“Бойороҡ”тар араһында балаларҙы баҡсаға алып барыу һәм алып ҡайтыу, аш-һыу әҙерләү, кейем-һалымдарын тәртиптә тотоу, уйындар ойоштороу кеүектәре лә бар. Был мәшәҡәттәрҙән тыш, үҙен дә онотмаған “баш командующий”. Тик был “хәстәрлек”тәр хаҡында гәзит биттәренә яҙыуы оят.
Үләнгә саң ҡунһа, ләйсән ямғыр яуып үткәндән һуң улар сафланып, төҫтәре сағыуланып китә. Керләнгән кейемде, һыуҙа сайҡап алһаң да таҙара. Ә күңелен шул тиклем бысраҡлыҡтар баҫҡан йәш ҡатынға нисек таҙарынырға?
Заман арбаһынан төшөп ҡалмау, йәберләү-кәмһетеүҙәрҙе онотторор көстө, йәшәү өсөн ынтылышты таба алырмы ул?
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ


Вернуться назад