Аҡса бар ҙа ул19.12.2014
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылдың 1 ноябренә ҡарата республикала тормош шарттарын яҡшыртыуға 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә торған 2 283 инвалид, зәғиф бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм хәрби хәрәкәт ветерандары мохтажлыҡ кисереүе билдәле.
Ошо осорҙа 1 150 кеше торлаҡлы булған. Әле 1996 йылдың декабренә тиклем сиратҡа баҫҡан граждандар фатир менән тәьмин ителә. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева хәлде өйрәнгәндән һуң Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевҡа республикаға федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итте. Алынған яуаптан күренеүенсә, был мәсьәлә федераль маҡсаттарға бүленгән аҡса тулыһынса файҙаланған осраҡта ғына ыңғай хәл ителәсәк. Быйыл ошо маҡсатҡа 54,3 миллион һум аҡса бүленһә лә, туғыҙ ай эсендә 29,2 миллион һумы ғына үҙләштерелгән.
Мәсьәләнең көнүҙәклеген аңлап, депутат Башҡортостан Хөкүмәтенә федераль бюджеттан алынған аҡсаны тулыһынса үҙләштереү өсөн барлыҡ сараларҙы күреү кәрәклеге тураһында белдерҙе.