Ремонт өсөн түләгәнен кире һорай19.12.2014
“Өфө ҡалаһы хакимиәтенең капиталь ремонт өсөн түләтергә вәкәләте юҡ, бындай ҡарарҙы республика Хөкүмәте генә сығара ала. Капиталь ремонт өсөн махсус иҫәп асылмауы ла һорау тыуҙыра, мин, мәҫәлән, аҡсаның йорттарҙы төҙөкләндереү өсөн тотонолғанына ышанмайым”, — ти Өфөлә йәшәүсе Михаил Миронов. Ул 2006 – 2009 йылдарҙа капиталь ремонт өсөн түләгән аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап итә.

Күп ҡатлы йортта йәшәүсе Михаил Миронов фатир хужаларынан капиталь ремонт өсөн аҡса йыйыуҙы Өфө халҡының конституцион хоҡуҡтарын боҙоу тип иҫәпләй, сөнки был аҡса, уның фекеренсә, законға ярашлы йыйылмаған. Шуға күрә ир үҙ ялыуы буйынса ентекле тикшереү үткәреүҙе һәм аҡсаны кире ҡайтарыуҙы һорай.
Ошо көндәрҙә уның дәғүәһе Баш­ҡортостандың Конституция судында ҡаралды. Суд ултырышында белгестәрҙең сығыштары тыңланды. Улар әйтеүенсә, аҡсаны һәр кем үҙ теләге менән күсергән, тупланған сумма маҡсатҡа ярашлы файҙаланылған.
Суд ҡарарын киләһе йылдың ғин­уарында уҙасаҡ сираттағы ултырышта сығарыу күҙаллана.




Вернуться назад