Кешеләр йыртҡысландымы?19.12.2014
Һуңғы осорҙа берәҙәк эт, бесәйҙәргә ҡаршы алып барылған көрәшкә битараф ҡала алмайым. Өфөлә фажиғәле рәүештә һәләк булған бала өсөн дә, догхантерҙарҙың янауына түҙә алмай үҙ-үҙенә ҡул һалған “Изгелек” приюты хужабикәһе өсөн дә йөрәгем әрней.

Ниңә һуң әле беҙ, үҙебеҙҙе Бөйөк Рәсәй граждандары тип иғлан итһәк тә, ХХI быуатта берәҙәк хайуандар яҙмышын хәл итә алмайбыҙ? Барлыҡ цивилизациялы илдәрҙә лә улар өсөн приюттар бар, артыҡ үрсеп китмәһендәр өсөн саралар күрелә. Төркиәлә булғанда боронғо Эфес ҡалаһының мәрмәр таштарында туҡ бесәйҙәрҙең рәхәтләнеп йоҡлап ятҡанын күрҙем. Аланья урамдарында ла кинәнеп йөрөйҙәр ине.
Беҙҙә буш торған берәй бинаны ирекмәндәргә биреп, йәмәғәт баш­ланғысында приют асырға булмаймы ни? Моғайын, ярҙам итеүселәр табылыр, мәрхәмәтле кешеләр етерлек әле.
Балаларҙы тәбиғәтте һаҡларға, шәфҡәтле булырға өйрәтәбеҙ. Ә улар беҙҙең һәр хәрәкәтебеҙҙе, ҡылығыбыҙҙы ентекләп күҙәтә һәм өлгө ала. Яңыраҡ урындағы телевидение аша бер түрә: “Ҡалала 925 этте юҡ иттек. Был эште артабан дауам итәсәкбеҙ”, — тип маҡтанды һәм сюжетты әллә нисә ҡат күрһәттеләр. Был өлгөнөң кире йоғонто яһауы ла ихтимал. Ошонан һуң: “Балалар ҡаты күңелле, бәғерһеҙ булып үҫә. Олоно ла, кесене лә йәлләмәй!” — тип зарлана алабыҙмы? Бәләкәйҙәрҙең күҙ алдында эттәрҙе ағыулап йәки атып үлтереүҙәре тураһында һөйләп, нимәгә өлгәшербеҙ икән? Бөгөнгө йыртҡыслыҡты күргән бала иртәгә мылтыҡ тотоп мәктәпкә килмәҫме? Әлеге ваҡытта йөҙәрләп, меңәрләп үлтерелгән эттәр ҙә бит ҡасандыр йомшаҡ, матур көсөк булған. Аяуһыҙ шарттарҙа үҫеп, уҫал эткә әйләнгән улар. Кеше балаһы ла яуызлыҡты күреп үҫһә, үҙенән-үҙе бәғере ҡата, йырт­ҡыслана.



Вернуться назад