Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...19.12.2014
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый... Көндәр һалҡынайтыуға, ҡар ятыуын да көтмәй, Мәләүез уңғандары ҡош-ҡортон һуйып, туңдыра башлай. “Себеште көҙ һанайҙар” тигәндәре ошо инде: берәүҙәр утыҙар, икенселәр иллешәр, ҡайһылары йөҙәр баш ҡаҙ-өйрәк аҫрай, туғандарын, әхирәттәрен йыйып күңелле өмә ойоштора. Айырыуса ҡаҙ өмәләре оло ваҡиғаға, байрамға әйләнә.
Үрге Юлдаш ауылында ҡош-ҡортто күпләп тотҡан ғаиләләр байтаҡ. Ғөмүмән, ҡаҙ-өйрәк аҫрамаған йорт бында һирәктер. Мәҫәлән, Гөлдәр һәм Әхмәтйән Дауытовтар быйыл утыҙар баш өйрәк һәм ҡаҙ үҫтергән. Гөлнара һәм Фәиз Ғәниевтәрҙең, Роза һәм Вәғиз Ишһариндарҙың, Миңһылыу һәм Миңлейән Асҡаровтарҙың ихаталары ла иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ҡош-ҡорт менән тулы. Шулай уҡ күп балалы Рәсимә Туҡтамышева, Әлфиә Баязитова, Альбина Ҡарабаева, Роза Әлимова кеүек хужабикәләр йыл һайын күпләп тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ себештәре алып үҫтерә. Күптән түгел Гөлсирә һәм Зәки Ишһариндар үҙҙәренең дуҫ­тарын, күрше-күләнен һәм яҡындарын йыйып, Ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.
Иртүк эш башланды бында. Өмәлә бөтәһенә лә эш табыла — йәшенә лә, ҡартына ла: берәүҙәр һуя, икенселәр – кәрәкле эш ҡоралдары, өсөнсөләр табын әҙерләй, дүртенселәр, өмәселәрҙе хуплап, йыр һуҙа. Байрамдың төп йыры, билдәле инде, “Ҡаҙ ҡанаты” булды.
Өмәнең түрендәге иң оло кеше — 87 йәшлек Рәхилә Әмирханова – эште башлауға фатиха биреп, доға уҡыуға, ауыл уңғандары ҡаҙҙарҙы йолҡа ла башланы. Рәхилә апайҙы береһе лә өмәнән ҡалдырмаҫҡа тырыша, сөнки ул йор һүҙе, оҙон халыҡ йырҙары менән өмәселәрҙе дәртләндереп ултыра. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, эшкә тилберлеген дә юғалтмаған. Өмәлә йәш-елкенсәккә лә эш етерлек: ҡыҙҙар ҡанат йолҡто, ҡауырһындарҙы йыйҙы, апай-еңгәләренең ниҙәр башҡарғанын күҙәтте, ә иң мөһиме — йоланы өйрәнде.
Төп өмәселәр иһә хужабикә Гөлсирә Ғиниәт ҡыҙы етәкләгән “Хазина” фольклор ансамбле ине. Улар балаларға хеҙмәт тураһында мәҡәл-әйтем әйтте, көләмәстәр һөйләне. Ҡаҙҙарҙы матур үҫтергәне өсөн хужабикәне маҡтанылар, уңайлы эш шарттарын булдырған йорт хужаһына ла йылы һүҙҙәрен йәлләмәнеләр. Ишһариндар – ысын мәғәнәһендә ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Уларҙың ғаилә ҡороуына быйыл егерме биш йыл тулған.





Вернуться назад