“Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!”19.12.2014
Ғәҙәттәгесә, йыл аҙағында киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Көтөп алынған байрамды республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ менән Журналистар союзы ойошторҙо.

– Һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, – тине Агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов, тантанаға килгәндәрҙе байрам менән ҡотлап. – Республикала был өлкәлә эшләгән журналистар – өс мең тирәһе, ә уларҙың хеҙмәтенән күпме кеше файҙалана!
Еңеүселәр быйыл да онлайн-тауыш биреү аша билдәләнде. “Йыл журналисы” номинацияһында утыҙҙан ашыу кандидат теркәлгәйне. Араларынан Күгәрсен районының “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Айгөл Арыҫланбәкова еңеүсе тип табылды.
Төрлө өлкәне яҡтыртҡан журналистар айырым номинацияларҙа билдәләнде.



Вернуться назад