Һәр ҡасаҡҡа — айырым иғтибар19.12.2014
Волга буйы төбәктәре Украинанан 77 мең ҡасаҡты ҡабул итте. Рәсәй Президентының ошо федераль округтағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Түбәнге Новгородта киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыу барышында шулай тип хәбәр итте.
– Һәр ҡасаҡ менән айырым эшләргә тура килде. Уларҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу, дауалау, эшкә урынлаштырыу бурысы ҡуйылды, — тине Михаил Бабич. — Округ төбәктәрендә 329 пункт асылды, 39 мең кеше ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин ителде. Документтары нигеҙендә ҡасаҡтарҙың хоҡуҡи статусын асыҡлауҙы тиҙләтеү өсөн ҙур норматив-хоҡуҡи эш башҡарырға кәрәк ине. Рәсәй гражданлығын һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны ошо эш сифатына үҙенсәлекле баһа булды. Волга буйы федераль округында был күрһәткес бөтә ҡасаҡтарҙың яртыһын тәшкил итте, ә тотош ил буйынса ул өстән бергә тиң.
Гражданлыҡ алыу өсөн ярты йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Әле округта Украинаның 1 300 кешеһе Рәсәй паспортын алған.


Вернуться назад