Ойошмалар 300 миллион һум бурыслы19.12.2014
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, эш биреүселәрҙе һәм һалым хеҙмәте мәғлүмәттәрен тикшереү һөҙөмтәләрен анализлағандан һуң, республикабыҙҙа эш хаҡы буйынса бурыстың 300 миллион һумға етеүе ихтималлығын асыҡланы. Рәсми статистикаға ҡарағанда, бурыс күләме 5,7 миллион һумға тиң.
Статистика өс ойошмалағы һәм “Иглин урманы” предприятиеһының ике филиалындағы бурысты сағылдырҙы. Түләнергә тейешле аҡсаның яртыһынан күберәге (3,4 миллион һум самаһы) Өфөләге “Стройтрансгаз-Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тура килә. Инспекция тикшергән 19 эш биреүсенең 152,6 миллион һумлыҡ бурысы бар. Бөлгөнлөккә төшкән предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә тағы ла 144 миллион һум түләргә тейеш.
Ноябрь айында ғына дәүләт хеҙмәт инспекторҙары хеҙмәткәрҙәрҙең ялыуы буйынса бер нисә тикшереү үткәрҙе. Улар барышында эш хаҡы буйынса 50 миллион һумдан ашыу бурыс булыуы асыҡланды.
Йыл башынан алып республикалағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эш хаҡы мәсьәләһе буйынса меңдән ашыу тикшереү ойошторған. Күҙәтеү органы күрһәтмәһенә ярашлы, 4 373 хеҙмәткәргә 90,3 миллион һум ҡайтарып бирелгән. Хеҙмәткә түләү өлкәһендә ҡануниәтте боҙған өсөн 457 ойошма һәм 1 335 вазифалы кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған.