Икмәк ниңә ҡиммәтләнә?19.12.2014
Онға, сүпрәгә, үҫемлек майына, тоҙға, төрөү материалдарына хаҡтың, транспорт сығымдарының артыуы, ҡорамалдарҙың иҫкереүе һөҙөмтәһендә икмәк ҡиммәтләнде. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең республика идаралығы ҡарамағындағы Берәмләп сауҙа итеү өлкәһендә конкуренцияны үҫтереү буйынса эксперт советы ултырышында ошо турала хәбәр ителде.
Идаралыҡ етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева әйтеүенсә, икмәккә һәм ҡамыр ризыҡтарына хаҡтың артыуы менән бәйле идаралыҡҡа бик күп мөрәжәғәттәр килә. Өҫтәүенә арыш ононан, бойҙай һәм арыш оно ҡатнашмаһынан бешерелгән ризыҡтар беҙҙә Волга буйы федераль округындағы башҡа төбәктәрҙәгегә ҡарағанда ҡиммәтерәк.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, юғары һәм беренсе сортлы он Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа субъекттарынан индерелә. Республикалағы предприятиелар арыш онон ғына етештерә. Эксперт советы ағзалары игенгә хаҡтың 60 процентҡа артыуын билдәләне. Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле әйтеүенсә, быйыл республикабыҙҙың арыш уңышы Рәсәйҙә иң ҙуры булған. Әле интервенция фондына был игенде тоннаһына 5 100 һум түләп алалар.
Ултырышта шулай уҡ икмәк бешереү тармағы предприятиеларының сауҙалашыуҙа ҡатнашыу мәсьәләһе тикшерелде. Бындай сараларҙа тик ҙур предприятиеларҙың ғына отоуы билдәләнде, сөнки улар икмәк ризыҡтарына берәмләп һатыу селтәрендә ҡуйылғанға ҡарағанда түбәнерәк хаҡ билдәләй. Монополияға ҡаршы ведомство етәксеһе: “Предприятиеның сығымдарын халыҡтан ҡаплатырға ярамай!” — тип ҡаты талап ҡуйҙы.