Лайыҡлы эш хаҡы, үҫеш ниәтендә19.12.2014
Лайыҡлы эш хаҡы, үҫеш ниәтендә Республика Хөкүмәтенең быйылғы 15 декабрҙәге бойороғона ярашлы Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары системаһы үҙгәртеп ҡорола. Агентлыҡ ҡарамағындағы 103 дәүләт унитар һәм ҡаҙна предприятиеһы “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона ҡушыла.

Үҙгәртеп ҡороуҙың маҡсаты – тармаҡтың һөҙөмтәлелеген күтәреү, иҡтисади хәлен яҡшыртыу. Рес­публиканың Матбуғат һәм киң мәғ­лүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, реформа тармаҡты һаҡлап ҡалыу һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү өсөн уңай шарттар, үҫеш мөмкинлеге тыуҙырыу ниәтендә тормошҡа ашырыла. Етәксенең фекеренсә, яңы алым редакцияларға бер-береһенә ярҙам­лашып, фекер алышып эшләргә, матди хәлде нығытырға, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға бу­лышлыҡ итәсәк.
– Гәзит-журналдың килеме йылдан-йыл кәмей, – тине Борис Мелкоедов. – Бының сәбәптәре – Интернет-баҫ­малар менән конкуренция, тираждың төшөүе, рекламаның аҙлығы, “Рәсәй почтаһы”ның гәзит-журналды тара­тыуға субсидияны бөтөрөүе. Хеҙ­мәткәрҙәрҙең эш хаҡы артмай тиерлек. Быйыл беренсе ярты йыллыҡта республика буйынса уртаса эш хаҡы 23 мең 581 һум булһа, республика гәзиттәрендә был күрһәткес – 19,2, райондарҙа 16,9 мең һум ғына булды. Тармаҡ үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә. Уға дәүләт артабан да булышлыҡ итәсәк. Предприятиеларҙы бер нигеҙгә туплау бюджет аҡсаһын һөҙөмтәлерәк файҙаланыу мөмкинлеген дә бирәсәк.


Вернуться назад