Максим Михайловҡа ышаныс күрһәтелде19.12.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты бойороғона ярашлы, Михайлов Максим Владимирович Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Ул 1978 йылдың 10 ғинуарында Өфөлә тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
Ошоғаса Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлегендә оператив хеҙмәткәр, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡытыусы, республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында доцент, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында проректор булып эшләне.
2013 йылдың октябрендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика бүлексәһе рәйестәштәренең береһе итеп һайланғайны.


Вернуться назад