Милли матбуғат йәшәһен тиһәк...19.12.2014
– Белеүебеҙсә, милли матбуғаттың хәле йылдан-йыл көсөргәнешле була бара. Гәзит-журналға хаҡ арта, тираж кәмей... Мат­буғатҡа яҙылыу барышында был йәһәттән халыҡҡа ниҙәр әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы.


– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Милләттең төп ни­геҙе – бер бөтөндө тәшкил иткән тел һәм мәҙәниәт. Иғтибар күр­һәтелә икән, улар йәшәйәсәк. Үҫһен, сәскәһе менән һөйөн­дөрһөн өсөн гөлгә һыу ҡойорға, ерен йомшартырға кәрәк, ә күңел ҡатмаһын тиһәң, изгелек эш­ләү, яҡшы һүҙ мөһим. Шуның шикелле телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ ҙә даими иғтибарға, хәс­тәрлеккә мохтаж. Рухи ҡиммәттәребеҙ беҙҙең ярҙамға бөгөн айырыуса ихтыяж кисерә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бөйөк Әхмәтзәки Вәлиди “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”нда теле­беҙгә һәм динебеҙгә көслө һөжүм буласағы тураһында иҫкәрткән. Беләһегеҙ: был һүҙҙәрҙе тарих иҫбатланы. Рухи ҡиммәттәребеҙгә иғ­тибарлы, һаҡсыл ҡарашта булһаҡ, иншаллаһ, элекке хаталар ҡабатланмаҫ.
Ошо изге бурыстар араһында, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, милли матбуғат мәсьәләһе лә бар. Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдың тиражы бермә-бер кәмене. Бының төп сәбәбе, әлбиттә, тормошобоҙға Интернет селтәренең ныҡлы үтеп инә барыуында. Һө­ҙөм­тәлә республикабыҙ менән бергә “тыуған”, тарихыбыҙ йылъяҙмаһын туплаған, ата-ба­бабыҙҙы тәрбиәләгән, төрлө ҡатмарлы осорҙа халыҡ менән ҡулға-ҡул тотоношоп алға атла­ған, уға рух, йәшәүгә көс-ҡеүәт биргән, быуындар сылбырын өҙмәй һаҡлаған, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе ҡурсалап, бөгөнгәсә килтереп еткергән милли матбуғат баҫмалары “яр ситендә” тороп ҡалды кеүек. Улар, алда әйтеп үткәнемсә, нәҡ беҙҙең ярҙамға мохтаж. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға теләйбеҙ икән, үҙебеҙҙең гәзит-журналға яҙылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
“Аҡса юҡ”, – тиер ҡайһы берәүҙәр. Матди хәлдең мөшкөллөгөнә һылтанһаҡ, ошо “юҡ”тан уҙа алмаясаҡбыҙ. Ә инде булғанына шөкөр итеп, килемде дөрөҫ тотонһаҡ, Аллаһ Тәғәлә тормошобоҙға бәрәкәтен юллар. Һәр бала донъяға килгән һайын, ғаиләлә ҡот арта бит, шуның шикелле, аҡса гәзит-журналға яҙы­лыуға ғына түгел, башҡа кәрәк-яраҡҡа ла етер.
Элек быуындар бәйләнеше ныҡлыраҡ була торғайны кеүек. Хәҙер иһә ҡайһы бер ғаилә­ләрҙә һәр кем үҙ яйына йәшәй. Олатай-өләсәй, атай-әсәй, балалар бергә булырға, төрлө мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә, фекер алышырға тейеш. Милли матбуғатты ла ошолай уртаҡ рухи таянысыбыҙ итеп алһаҡ, уны күмәкләп уҡыһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Балаларыбыҙ гәзит-журналды белеп, яратып үҫһен, тарихының дауам итеүенә өлөш индер­һен, тип теләйем. Шулай икән, иншаллаһ, йәш быуын телһөйәр, илһөйәр булып буй еткереп, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәген тәьмин итер. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрә­кәтүһ! Амин.


Вернуться назад