Үҫештә өлөшө тос19.12.2014
Силәбе ҡалаһында “Рәсүл уҡыуҙары: Ислам Рәсәйҙең тарихында һәм бөгөнгө тормошонда” исемле ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Бындай сара өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла.

Конференцияның төп темаһы дәүләт, граждандар йәмғиәте институттары һәм Ислам дине әһелдәре араһында социаль бәйлә­неште нығытыуға арналды. Был йәһәттән үҙенең тәжрибәһе менән Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин, ундағы йәмәғәт ойошмаларынан килгән кешеләр уртаҡлашты. Сарала ҡатнашҡан һәр кем илдең рухи үҫешендә, халыҡ араһындағы берҙәмлектә традицион диндең ҙур өлөшөн билдәләне.
Конференцияның исеме билдәле ишан Зәйнулла Рәсүлевкә бәйле. Мәғлүм булыуынса, ул Троицк ҡалаһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә нигеҙ һалған.




Вернуться назад